Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Ноябрь 2021, 06:46

Бөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

Төптән уйлап ҡарағанда, шундай һорау тыуа: Ҡыш бабайҙар күп тә баһа, барыһы ла бөгөн тыуғанмы?

Бөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнөБөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Бөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

Яуап шундай: Дед Мороздың тыуған көнө бөгөн. Бөйөк Устюгтағы, Рәсәйҙә иң "главныйы"ның.

Дөйөм алғанда, Яңы йылдың символик персонаждарының ҡасан, ҡайҙа тыуғанын береһе лә белмәй шикелле.

Бөйөк Устюгты 1999 йылда Дед Мороздың рәсми резиденцияһы, тип иғлан иткәндән һуң, һаҡаллы йомарт бабайҙың тыуған көнөн дә билдәләргә кәрәккән. 2005 йылда 18 ноябрҙе балалар тәҡдим иткән. Баҡһаң, Бөйөк Устюгта һыуыҡтар тап 18 ноябрҙә башлана икән. Был көндө Дед Морозды ҡотлап төрлө төбәктән открыткалар килә, ти. Хатта уның сит илдәрҙәге дуҫтары Санта Клаус, Паккайне, Чисхан да ашҡынып килеп етә, имеш. Снегурочка, йәғни, Ҡарһылыуы ла янында була. Дед Мороз ошо көндө тәүге шыршы утын тоҡандырып, тоҡлап бүләк йөкмәп, ил буйлап сәйәхәткә сығып китә. Үәт!

Ә беҙҙең Ҡыш бабай барамылыр, юҡмылыр, ишетелмәй әле. Эйе, Торатау Ҡыш бабайын әйтәм.

Тағы бер һорау тыуа: ил буйлап сәйәхәт иткән Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһаттымы икән?

 

Фото: Юлай Кәримов.

Бөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Бөгөн – Ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Автор:
Читайте нас