Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Ноябрь 2021, 05:15

Яҡты образдар рәссамы

Балтас район Мәҙәниәт һарайының үҙәк район китапханаһы “Листая страницы в свой юбилей...” тип аталған китапхана проекттары республика конкурсында ҡатнашып, “Юбилей публицистикаһы” номинацияһында икенсе дәрәжә лауреат исемен яуланы.

Яҡты образдар рәссамыЯҡты образдар рәссамы
Яҡты образдар рәссамы

Китапханасылар оло ғорурлыҡ хистәре менән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаяновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ҙур эҙләнеү һәм мәғлүмәт туплау эше башҡарҙы.
Балтас — күренекле рәссамдар төбәге, тип ғорурланып әйтһәк тә була. Георгий Калитов, Мэлс Вафин, Илдар Ғаянов, Владислав Вәлиуллин, Илшат Ғиләжев... Улар араһында Зөфәр Ғаянов үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ урын алып тора. Ул балтастар араһында сәнғәттең был өлкәһендә — пионер, йәки башлап юл ярыусы.
Һәр кемдең яҙмышы тыуған еренән башлана. Зөфәр Ғаянов районыбыҙҙың Һәйтәк ауылында тыуып, уның гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып үҫә. Кескәй генә сағынан, хәреф танырға өйрәнгәнгә тиклем үк, ҡулына бумала ала. Тәүге бүләге лә — “Пионер” журналынан, ебәргән һүрәте өсөн премия. Был ваҡытта Зөфәр 7-се класта ғына уҡыған була. Урта мәктәпте тамамлап, Совет армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, егет Мәскәү академия художество училищеһына уҡырға инә. Өсөнсө курста уҡығанда “Балалар әҙәбиәте” нәшриәте менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Уҡыуын тамамлап, Башҡортостан китап нәшриәтендә рәссам-биҙәүсе булып эшләгән ваҡытының иң билдәле хеҙмәте — Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романына, башҡорт эпосы әҫәрҙәренә иллюстрациялар. Бына шунда инде Зөфәр Ғаян улы белемен арттырырға кәрәклеген аңлап, Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлегенә уҡырға инә. 1975 йылдан иһә талантлы яҡташыбыҙ — Рәссамдар союзы ағзаһы.
1981-1987 йылдарҙа Зөфәр Ғаянов М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры булып эшләй. Ул үҙен һәләтле ойоштороусы, күп сәнғәт проекттары башында тороусы булараҡ таныта. Уның ныҡышмалылығы арҡаһында һәм етәкселеге аҫтында музей тарихында тәүге реконструкция үткәрелә. Музей фондын һаҡлау һәм реставрация оҫтаханаларының майҙаны күпкә киңәйтелә.
Талантлы шәхес йәмәғәтселек эшенә күп ваҡытын бағышлай. 1979 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы, 1997-2001 йылдарҙа рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡара, ә 2001-2004 йылдарҙа союз менән етәкселек итә.
1996-2013 йылдарҙа Зөфәр Ғаян улы үҙе тамамлаған институттың һынлы сәнғәт факультетында уҡыта. Был осорҙа ул бихисап йәш таланттарҙы әҙерләп сығара.
Рәссамдың беренсе шәхси күргәҙмәһе Өфөлә 1973 йылда ойошторола. Шунан башлап ул республика, Рәсәй, ил, шулай уҡ халыҡ-ара һәм сит ил күләмендәге бик күп күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1995 йылда яҡташтары алдында имтихан тота рәссам: уның шәхси күргәҙмәһе тыуған районында ойошторола.
Рәссам тәбиғәт камиллығы, йәшәү һулышы, кеше һәм тәбиғәттәге гармония менән һоҡлана һәм ошо хистәрен тылсымлы бумалаһы менән һүрәттәрендә халыҡҡа күрһәтә. 70-се йылдар уртаһынан акварель алымына ҙур иғтибар бирә башлай һәм “Тыуған яҡта” тигән бай акварелдәр серияһы ижад итә. Портрет һәм пейзаждары уңышлы рәссамдың. Атай, әсәй портреты, ҡатын-ҡыҙҙар, рәссамдар портреттары... Кешеләрҙең эске матурлығын, психологияһын, холҡоноң йәшерен көсөн тасуирлауға ирешә рәссам. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин былай тип билдәләй: “Яҡтылыҡ таратыусы рәссамдарҙың береһе булған Зөфәр Ғаяновтың әҫәрҙәре, беҙ йәшәгән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылған донъяның ни тиклем матур булыуын иҫкә төшөрә. Рәссам ижадының ҡиммәте лә шунда: ул беҙгә шул донъяны күрергә, уның матурлығын тойорға һәм дөрөҫ юл һайларға ярҙам итә”.
Зөфәр Ғаянов күп йылдар дауамында Ҡытай мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына, ебәк туҡымаға рәсем төшөрөүҙе өйрәнә. “Мин гел ҡағыҙға һүрәт төшөрҙөм. Унан ебәккә төшөрөп ҡараным. Был сәнғәт Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән, унан Европаға күскән. Әммә ебәк булмау сәбәпле, киндергә рәсем төшөргәндәр. Ебәктә эшләү ауырыраҡ, әлбиттә, буяу бер тапҡыр ғына һалына, ҡабатлап булмай. Һәм бына шул бер тапҡыр буяу яҡҡанда илһам түгелә һәм башҡаса ҡабатланмай...” Зөфәр Ғаян улының һүҙҙәре уның был сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ булыуын күрһәтә.
1999 йылда рәссам “Урал батыр” эпосына бағышланған серия өҫтөндә эшләй башлай. “Ҡояш ҡыҙы — Һомай бүләге”, “Күктәр аты. Аҡбуҙат”, “Һомайҙы ҡотҡарыу” кеүек күп эштәре тәрән фәлсәфәүи уйҙарға бирелергә мәжбүр итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәссамдың бик күп пландары тормошҡа ашмай ҡала. Ул 74-се йәшендә донъя ҡуя.
Зөфәр Ғаян улының Башҡортостандың һынлы сәнғәт өлкәһенә һалған хеҙмәте юғары баһалана: 1996 йылда — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, 2003 йылда — "Башҡортостандың халыҡ рәссамы" исемдәре, Рәсәй Рәссамдар союзының Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Алтын миҙалы менән бүләкләнә. Уның әҫәрҙәре бөгөнгө көндә М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең музей һәм картина галереяларында, Анкарала, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль дирекцияһында һаҡлана. Уның юлын Алия Баһауетдинова кеүек талантлы уҡыусылары дауам итә.
Юбилейы айҡанлы Нестеров музейында рәссамдың эштәренән күргәҙмә ойошторола. Тормош иптәше Роза Ғәбделхай ҡыҙы Ғаянова халыҡ рәссамының тормошо һәм ижад юлы тураһында монографияны нәшриәткә әҙерләгән.
Балтастар яҡташтары ижады менән ғорурлана. Уның юбилейына Үҙәк район китапханаһында “Тыуған тәбиғәт илһамландырған сәнғәт” тигән китап-иллюстрация күргәҙмәһе ойошторолдо, рәссам ижады буйлап мәғлүмәт сәйәхәте үткәрелде, китапхана сайтына яҙылды. Һәм, ниһайәт, был эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булараҡ, республика конкурсында талантлы яҡташыбыҙ Зөфәр Ғаяновтың исемен яңғыратып, китапханасылар лауреат исемен яуланы.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.

Яҡты образдар рәссамы
Яҡты образдар рәссамы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас