

"Аҡса гөлө" тип нарыҡланған гөлдө күп өйҙәрҙә осратырға мөмкин. Уның ысын исеме - суккуленттар ғаиләһенә ҡараған толстянка. Көньяҡ Африканан килгән был гөлдөң 350-нән ашыу төрө бар икән.
Күптәр «аҡса гөлөнөң» хәүефле икәнен белмәйҙер ҙә әле. Баҡтиһәң, унда мышаяҡ бар. Әгәр бала йәки йорт хайуаны япрағын ҡапһа, ныҡ ҡына ағыуланыуы мөмкин. Шуға ла толстянканы юғарыраҡ ергә ҡуйып үҫтереү зарур.
Ҡытайҙа был гөлдө аҡса ҡото тип йөрөтәләр. Һәм ҡытайҙар уның тылсымына бик тә ышана икән. Беҙ ҙә ҡолаҡ һалайыҡ әле.
Әгәр ысынлап байығыуға ярҙам итһен тиһәгеҙ, гөлдө дөрөҫ ултыртып, дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк, тиҙәр. Үҫентене Ай тулыуға барғанда шаршамбы көндө ҡыҙыл һауытҡа ултыртыу фарыз. Төбөнә һигеҙ дана тимер аҡса (мәҫәлән, 10 һумлыҡтар) гербын өҫкә ҡаратып һалып ҡалдырыу мотлаҡ. Үҫентене шунда ултыртып, һыу һипкән саҡта «һин үҫкән һайын байлығым да артһын» тип ҡабатлап тороғоҙ.
Был гөл һирәк сәскә ата, ә инде атһа, яҡшыға юрарға, теләк теләргә, байлыҡ көтөргә кәрәк. Шулай итеп тәрбиәләп, ашлап, яратып ҡына үҫтерһәң, матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Әгәр гөл ҡартайып ҡороп китһә, кәйефегеҙ төшмәһен. Был үҫемлектәр менән була торған хәл, шуға ла уйланмай ғына уны ташларға кәрәк. Тик йәш гөлдәр генә аҡсаны арттыра тигән фараз йәшәй.
Аҡса гөлө бүләккә лә бик яҡшы - ал таҫма тағып, аҡсалар элеп бирергә була. Шулай итеп, «аҡса гөлө» ул тылсымлы билдә икәнен иҫтән сығармағыҙ, уға ныҡ итеп ышанғанда ғына мөғжизә көтөргә мөмкин.