Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Ноябрь 2021, 06:01

Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!

2022 йылдың аҙағына тиклем бөтә социаль әһәмиәтле хеҙмәттәр электрон форматҡа күсергә тейеш.

Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!
Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был тормош сифатын яҡшыртыу һәм эшҡыуарлыҡ ғәмәлдәрен еңеләйтеү өсөн мөһим.

Проект Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең бар төбәктәрендә тормошҡа ашырыла: 2022 йылдың аҙағына тиклем бөтә социаль әһәмиәтле хеҙмәттәр электрон форматҡа күсергә тейеш. Исемлеккә 160 самаһы позиция инә, улар ошонда күрһәтелгән: https://pravitelstvorb.ru/lonely-files/lonely-files/%D0%9F%D0%B5%D1%80%D0%B5%D1%87%D0%B5%D0%BD%D1%8C%20%D0%BC%D0%B0%D1%81%D1%81%D0%BE%D0%B2%D1%8B%D1%85%20%D1%81%D0%BE%D1%86%D0%B8%D0%B0%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D0%BE%20%D0%B7%D0%BD%D0%B0%D1%87%D0%B8%D0%BC%D1%8B%D1%85%20%D1%83%D1%81%D0%BB%D1%83%D0%B3.pdf

Башҡортостанда "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына тәү сиратта инергә тейешле 50 хеҙмәттең 41-е күсерелгән дә. Һүҙ балалы ғаиләләргә түләүҙәр, ишле ғаилә статусын билдәләү, каникул ваҡытында балаларҙың ялын ойоштороу, әсәлек капиталы аҡсаһын йәлеп итеп шәхси торлаҡ төҙөү өсөн документтар һәм башҡалар тураһында бара. Шулай уҡ исемлеккә йүнселлек эшмәкәрлегенә бәйле хеҙмәттәр ҙә ингән. Мәҫәлән, әленән биналар, ер, төҙөлөш, техниканы техник күҙәтеү һәм башҡаларҙың статусын үҙгәртеү буйынса бар.

"Хеҙмәттәр бик күп. Уларҙың социаль өлкәгә ҡағылғандары ла, эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгәндәре лә байтаҡ, – тине Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. – Халыҡ өсөн мөһим хеҙмәттәрҙе "Дәүләт хеҙмәттәре" берҙәм порталы майҙансығына күсереү уларҙы власть органына йәки Күп функциялы үҙәккә бармай ғына теркәү мөмкинлеген бирә".

Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү - дәүләт идараһын һанлаштырыуҙың төп принцибы, һанлы иҡтисад булдырыуҙың төп шарты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53347

Фото: Башҡортостан Хөкүмәт сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!
Мөһим хеҙмәттәр - "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә!
Автор:
Читайте нас