

9 ноябрҙә, Советтың 50-се Генераль ассамблеяһы асылыу уңайынан Венгрияның мәҙәниәт министры Петер Фекете, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF®️ президенты Филипп Боссан, CIOFF®️ Венгрия Милли секцияһы вице-президенты Йозеф Сзигетвари ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы булды. Сара барышында Венгрияның үҙешмәкәр коллективтары бейеү композициялары менән сығыш яһаны. Ошо уҡ көндә эш төркөмө ойошманың Үҙәк һәм Төньяҡ Европа комитеттары эшендә ҡатнашты. Уларҙы Ф. Боссан менән сектор етәксеһе, CIOFF®️ Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү комитеты ағзаһы Сьюзан Крамер сәләмләне.
Кискеһен Венгрияның Мираҫ йортонда Генераль ассамблеяны асыу тантанаһы үтте, унда VI Бөтә донъя фольклориадаһына йомғаҡ яһалды. Совет Башҡортостандың был халыҡ-ара фестивалде генә түгел, CIOFF®️ менән хеҙмәттәшлектә үткән башҡа сараларҙы ла юғары кимәлдә ойоштороуын билдәләне.
Әминә Шафиҡова менән Венгрияның мәҙәниәт министры Петер Фекете ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса һөйләшеү үткәрҙе.
"Ассамблеяла сығыш яһағанда беҙ республика менән CIOFF®️ араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса тәҡдимдәр индерҙек. Петер Фекете ҡатнашлығында шулай уҡ Этнография музейы менән бәйләнеш ҡороу һорауҙары буйынса фекер алыштыҡ, Венгрияның коллективтарын беҙҙә үткән бөтә фестивалдәрҙә ҡатнашырға саҡырҙыҡ, Ференц Лист исемендәге Музыка академияһы менән алмаш стажировкалар ойоштороу юлдарын эҙләргә хәл иттек", – тине Әминә Шафиҡова.
CIOFF®-тың 50-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль ассамблеяһы эше 12 ноябрҙә тамамлана. Был сараға 42 илдән 140 кеше килгән. Форум эшендә CIOFF®-тың Рәсәйҙәге Милли секцияһының яуаплы секретары Андрей Беляев, ойошманың Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитеты ағзалары – Башҡортостандағы Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, ошо уҡ үҙәктең бүлек етәксеһе Зарина Хәсәнова, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин ҡатнаша. Беҙҙең рәсми делегацияға мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек итә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53346