Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Ноябрь 2021, 07:22

Картуфтан тапалған кәтлит

Кис етте. Нимә бешерәбеҙ, хужабикәләр? Ә беҙҙә - картуфтан телеңде йоторлоҡ кәтлит!

Картуфтан тапалған кәтлитКартуфтан тапалған кәтлит
Картуфтан тапалған кәтлит

Бының өсөн алты-ете картуф, 70 грамм ҡаты сыр, бер йомортҡа, бер баш һуған, ваҡланған сохарый (панировкаға), 20 грамм аҡ май, үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытып һыуытабыҙ ҙа ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Шунан йомортҡаны туғып, картуфҡа ҡушабыҙ. Уға сыр, һуған өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Картуф ҡамырынан кәтлиттәр яһайбыҙ. Артабан табаны талғын ғына утҡа ҡуйып, үҫемлек майын ҡыҙҙырабыҙ ҙа, аҡ май өҫтәп, кәтлиттәрҙең ике яғын әйләндереп бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: cookpad.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Картуфтан тапалған кәтлит
Картуфтан тапалған кәтлит
Автор:
Читайте нас