әүге китап 198 биттән торған. Уҡыусыларға оҡшап киткән һәм ул тиҙ арала Лондонда бестселлерға әйләнгән. 1974 йылда уҡ иң шәп һатылыусы китап булған.
Бер аҙҙан Гиннестың дәғүәселәре лә барлыҡҡа килгән: һәр илдә рекордтар китабы баҫыла башлаған. Рәсәйҙә лә ҡыҙыҡлы факттар һәм һандар йыш теркәлгән. Мәҫәлән, бер крәҫтиән ҡатыны 69 бала тыуҙырған. Рекорд түгелме ни был?!
Бөгөн Гиннестың рекордтар китабы 27 телдә 134 миллион дана менән баҫыла, донъяның күп илендә сыға.
Ә һеҙҙең рекордтарығыҙ бармы?