

Ҡан тамырҙары һығылмалылығы өсөн берәр балғалаҡ лимон һуты, бал, үҫемлек майын бергә бутап ас ҡарынға эсеү. Дауаланыу ваҡыты - ун көн. Йә булмаһа, бер балғалаҡ балды һәм ярты лимон һутын ҡайнаған йылы һыуға (3/4 стакан һыу кәрәк) бутап, йоҡлар алдынан ун көн буйы эсеү.
Тағы бер ысул. Ит турағыстан үткәрелгән уртаса ике лимонға ике ҡалаҡ бал ҡушып болғап, бүлмә температураһында (мотлаҡ быяла һауытҡа һалып) тәүлек буйы тоторға.Төнәтмәне ашарҙан алда ике-өс балғалаҡ ҡабул итеү. Сәй менән дә мөмкин.
Сирҙәргә бирешмәйек! Сәләмәт булайыҡ!
Фото:101hairtips.com