

Быйыл 20 октябрҙән алып Рәсәйҙең һәр төбәгендә йәшәгәндәр иң яҡшы өс ризыҡ бренды өсөн тауыш бирә. Был гастрономик тауышты йыйыу 7 ноябрҙә тамамлана. Яратҡан ризыҡҡа тауыш биреү өсөн https://russiantastes.ru сайтына инергә, үҙ төбәгеңде табырға һәм бренд исеменә баҫырға кәрәк.
Быйылғы миҙгелдә Башҡортостандан унда 15 бренд ҡуйылған: башҡорт өсмөйөшө, башҡорт талҡаны, шоколад, соус, ҡымыҙ, алкоголһеҙ бал эсемлеге, солоҡ балы, сыр, бал сыры, ҡаҙы, ҡорот, “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыуы, Федоровка ҡаҙы һәм башҡорт балы.
Республика халҡын Башҡортостан бренды булған ошо ризыҡтар өсөн әүҙемерәк тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фото: zen.yandex.ru.