Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Ноябрь 2021, 07:00

Шүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙы

Республикабыҙға саҡырылған Франция һәм Андорра белгестәре мәмерйәнең күсермәһен эшләйәсәк. 

Шүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙыШүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙы
Шүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙы

Франция һәм Андорра ҡунаҡтары эш сәфәре менән Башҡортостанда. Кисә Монтиньяка ҡалаһынан «Аrc&Os» оҫтханаһы етәксеһе Ален Далис, рәссам-реставраторҙар Сесиль Этьен, Реми Рекье, Жюли Голон һәм Эудалд Гуилламет Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның янындағы музей комплексы менән танышты. Тап ошо белгестәргә легендар тәбиғәт ҡомартҡыһының күсермәһен эшләргә ышаныс белдерелгәйне.

Улар Шүлгәнташтағы һүрәттәр менән танышты, деталдәрҙе раҫланы. Далис әфәнде хис-тойғоларын йәшереп ҡалманы:

– Мин таң ҡалдым. Был төбәк кимәлендәге генә түгел, донъя кимәлендәге проект. Эстән дә, тыштан да иҫ киткес. Комплекс бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Бында бөтә донъянан килерҙәр, тип ышанам. Архитектураһы хаҡында айырым әйтергә кәрәк, ул башҡорт традицияларын иҫәпкә алып эшләнгән.

Ален Далис – мәмерйәләрҙең факсимилеларын эшләү буйынса белгес, Франциялағы иң шәп оҫтахананың хужаһы. Ул үҙ илендәге Коске һыу аҫты мәмерйәһенең һүрәттәрен һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә, уны бар донъяға таныта.

Монтиньяка ҡалаһынан рәссам-реставратор Жюли Голонды иһә мәмерйә таң ҡалдырған.  

– Мин Шүлгәнташты фотоһүрәттәрҙән генә ҡарағаным бар ине. Был юлы үҙен килеп күрҙем. Мине уның ҙурлығы һоҡландырҙы. Иҫ киткес бит. Фотоһүрәттәрҙән ҡарап ҡына мәмерйәнең мөһабәтлеген билдәләү мөмкин түгел икән. Тағы ла тау тоҡомдарының текстураһы ғәжәпләндерҙе. Ул, ғәҙәти булмағанса, йомшаҡ һәм мурт, – ти рәссам.

Сит ил белгестәренең эш сәфәре 4 нобярҙә тамамлана. Йыл аҙағына тиклем улар мәмерйәнең күсермәһен эшләп алып килергә бурыслы, панноны урынлаштырыуға ай ярым тирәһе ваҡыт талап ителәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Шүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙы
Шүлгәнташ Европа ғалимдарын таң ҡалдырҙы
Автор:
Читайте нас