

Бөгөн Ҡоймаҡ көнө икән. Күптәр ҡоймаҡты әсетеп бешерә. Кемдер уны һөттә йәиһә кефир менән эшләй, тары, манный ярмаһы ҡушып ебәреүселәр ҙә юҡ түгел. Ә инде әсәйҙәр бешергән ыуыҙ ҡоймағын һәр кем яраталыр.
Бөгөн беҙ һеҙгә Баймаҡ районының оҫта хужабикәләренең береһе Гөлгөнә Байегетованың ҡоймаҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, һәр кем үҙенең ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашһын әле.
"Ҡоймаҡ ҡойоу ҙа оҫталыҡ талап итә, бик һирәк бешерәм, әммә бер башлаһам, ҡабат-ҡабат ҡоям, бөгөн мине ҡоймаҡ ҡойорға мәжбүр иттеләр, м-мм, туҡтап булмай бит ашауҙан, берегеҙ тартып алығыҙ әле минән, был ҡоймаҡ айырыуса тәмле!
Рецепты бына ниндәй:
- 2 йомортҡа
- 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- семтем тоҙ
- 0.5 литр кефир
- 0.5 литр һөт
- 15 аш ҡалағы он
- тулы булмаған сәй ҡалағы сода.
2 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тоҙ менән, кефир һәм сода ҡушып болғарға. Әҙләп ондо ҡушып туҡырға. Һөттө ҡайнатып сығарырға һәм эҫе көйөнсә әҙләп кенә ҡоймаҡ ҡамырына ҡойоп болғарға. Ҡамырҙы 10-15 минутҡа ҡуйып торорға.
Эҫе майлы табала әҙләп кенә ҡойоп йоҡа ғына ҡоймаҡтар бешереп алырға. Бешкән ҡоймаҡтарҙы эҫеләй генә һары май менән майларға була, мин майламаным, былай ҙа бара!" - тип ҡоймаҡ ҡойоу сере менән уртаҡлаша Гөлгөнә ханым.
Фото: ebopechka.ru