Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
2 Ноября 2021, 06:05

Ноябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормалар

Көҙҙөң һуңғы айынан ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр аҡсалата түләүҙәр, эшҡыуарҙар өсөн мөһим ҡағиҙәләр, льготалар һәм “МИР” картаһы тураһында.

Ноябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормаларНоябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормалар
Ноябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормалар

Балалар пособиеһы

Дәүләт 3 – 7 йәшлек балалары булған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр  өсөн 28,3 миллиард һум аҡса бүлгән. Түләү күләме ғаиләнең уртаса йән башына килеме буйынса билдәләнә. Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәте” порталында яҙырға мөмкин.

 

Льготалы ипотека

6,5 процентлыҡ йыллыҡ ставка менән яңы йорттан фатир һатыу алырға мөмкин. Был программа тағы бер нисә айға, йәғни 2022 йылдың 1 июленә тиклем оҙонайтылды.

Шулай уҡ йыллыҡ ставкаһы 7 проценттан да артмаған шартта шәхси йорт һатып алыу буйынса ла льготалы ипотека программаһы эшләй.

 

Пенсионерҙарға өҫтәмә түләү

Ноябрь башынан ҡайһы бер хаҡлы ялдағыларға өҫтәмә аҡса түләй башлаясаҡтар. Был күмер сәнәғәте өлкәһенең бер категорияһына, граждандар авиацияһының элекке осоу экипажы ағзаларына ҡағыла. Түләү суммаһы стажға һәм хеҙмәт хаҡына бәйле.

80 йәштән өлкәндәр ҡартлыҡ буйынса страховка түләүен икеләтә арттырып аласаҡ (айына 12 мең һумдан ашыу). Шулай уҡ блокадалы Ленинградты һаҡлаусыларға бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнәсәк. Алыҫ Төньяҡта эшләү буйынса 15 – 20 йыл стажы булғандар ҙа пенсия түләүҙәрен ҡабаттан иҫәпләтеүгә ғариза яҙа ала.

 

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

30 октябрҙән 7 ноябргәсә дауам иткән ял аҙнаһы өсөн бизнес-берлеккә компенсация түләнә. Түләү күләме һәр хеҙмәткәр өсөн бер МРОТ иҫәбенән буласаҡ.

Пандемия шарттарында зыян күреүсе эшҡыуарлыҡ предприятиеларына грант бирелә. Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргәсә яҙып өлгөрөргә кәрәк.

Бынан тыш, эшҡыуарҙар һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға льготлаы кредит бирелә башлай. Ставка – йылына өс процент. Төп шарт: эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙең 90 проценты һаҡланырға тейеш.

Йәнә шул яңылыҡ: шәхси эшҡыуарҙар (ИП) һалым инспекцияһына иғәнәнән азат итеү буйынса яңы  ғариза яҙа ала. Граждан бала, пенсионер йә инвалид ҡараһа, хәрби хеҙмәттә булһа, ғәйепһеҙ хөкөм ителһә, шул осорҙа иғәнә түләмәҫкә хоҡуҡлы.

 

Авиабәйләнеште тергеҙеү

Рәсәй 9 ноябрҙән тиҫтәгә яҡын илгә авиасиктәрҙе аса. Багама, Иран, Нидерланды, Норвегия, Оман, Словения, Тунис, Швеция, Таиланд менән илебеҙ араһында ҡабаттан самолеттар оса башлай.

 

Яңы һөнәрҙәр тураһында 

Ноябрҙән киләсәк һөнәренә уҡытыу программаларын һәм һөнәри стандарттарҙы йылдам әҙерләү буйынса пилот проекты старт ала. Ул бер йылға иҫәпләнгән. РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “яһалма интеллект, уйын һәм мәғариф технологиялары өлкәһе һөнәрҙәре киләсәк профессияһы тип билдәләнә”.

 

Автомобиль тирәләй... 

1 ноябрҙән шина һәм покрышкаларҙы маркировкалау башлана. Был тауарҙар әйләнеше тураһында “Честный Знак” системаһына индерелә һәм ҡулланыусыларға еткерелә.

Транспорт сараһының паспорты (ПТС) бынан ары ҡағыҙ форматта бирелмәйәсәк. Автомобиль тураһында мәғлүмәт электрон форматта ғына һаҡлана. Кемдәрҙеке ҡағыҙ, уны алмаштырыуҙың кәрәге юҡ, ул яңы машина эйәләренә бирелмәй генә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында “Помощник ОСАГО” ҡушымтаһы буйынса электрон хәбәр ебәрергә мөмкин.

 

Сит илгә ағас һатыуға бәйле

Көҙҙөң һуңғы айынан башлап Рәсәйҙән ағас (урман материалдары шул иҫәптә) сығарыу пункттарының исемлеге яңыртыла. Реестрҙан түбәндәге автомобиль пункттары алына: Инари, Лотта, Салла, Торфяновка (Финляндия – Рәсәй сигендә), Шумилкино (Эстония), Литва Морское, Пограничный, Советск (Литва), Гусев (Польша), Крупец, Троебортное (Украина). Литва (Дубки), Польша (Мамоново), Грузия  (Юғары Ларс), Ҡытай (Кани Курган) сиктәрендә яңы пункттар барлыҡҡа килә.

 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Ноябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормалар
Ноябрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанундар, ҡағиҙәләр, нормалар
Автор:
Читайте нас