

20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем илдәге һәр төбәктә йәшәгән кешеләр өс яратҡан бренды өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн https://russiantastes.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, исемлектән төбәкте һәм брендты һайларға кәрәк.
– Башҡортостанда төрлө аҙыҡ-түлек брендтары күп, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Төбәктә продукция етештерәләр, тәмле һәм файҙалы ризыҡтар әҙерләйҙәр. Былтыр “Халыҡ тауыш биреүе” номинацияһында саҡ ҡына призлы урынға сыҡмай ҡалдыҡ – башҡорт балы өсөн бер нисә тауыш етмәне.
Хәҙер республикабыҙ исеменән 15 башҡорт бренды сығыш яһай. Улар – башҡорт өсбосмағы, Башҡортостандан шоколад, башҡорт соусы, Башҡортостандан ыҫланған дөйәғош ите, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балынан эшләнгән алкоголһеҙ эсемлек, башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, башҡорт ҡаҡланған ҡаҙылығы, башҡорт ҡорото, башҡорт баллы сыры, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы һәм башҡорт балы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостандан 26 милли ризыҡ тәҡдим ителгәйне. Тауыш биреүҙең һуңғы көндәрендә башҡорт балы ышаныслы рәүештә тәүге өсәү иҫәбенә ингәйне һәм бронза миҙал яулағайны. Икенсе һәм беренсе урындарҙы адыгей сыры, Вологда майы алғайны. Быйыл иһә ошо хуш еҫле, шифалы башҡорт балын беренселеккә сығарыу мөмкинлегебеҙ бар. Әйҙәгеҙ, шуға был сарала әүҙем ҡатнашайыҡ һәм алтын миҙалды яулайыҡ!
- Айһылыу НИЗАМОВА