

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре тураһында яҙҙы.
"Йыл һайын 29 октябрҙә Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләргә булдыҡ. Бөгөн был министрлыҡтың оло юбилейы, ойошторолоуына – 30 йыл. Шуға ла яҡшы кешеләр тураһындағы колонкамды (#ЖЗЛ_Башкортостан) ошо хеҙмәткә бағышлайым.
* Фәниә Ғастин ҡыҙы Нафиҡова — Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. 1993 йылдан республиканың Ер һәм мөлкәт министрлығында эшләй. Хәҙер ул министр урынбаҫары вазифаһын башҡара, ә хеҙмәт юлын әйҙәүсе белгес булып башлаған. Ошо йылдар эсендә Фәниә Нафиҡова норматив хоҡуҡи документтарҙың аныҡ һәм аңлайышлы системаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
* 1994 йылдан министрлыҡта Корпоратив идаралыҡтың идаралыҡ бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһында Виталий Дмитриевич Решетнев эшләй. Нәҡ ул предприятиелар һәм компаниялар менән идара итеүҙә дәүләттең ҡатнашыу механизмын әҙерләй. Бөгөн был беҙгә сәнәғәтселәр менән берлектә оҙайлы стратегиялар төҙөргә ярҙам итә. Виталий Дмитриевич — Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
* Урындарҙа йыш ҡына кешеләр иң ауыр хәлдәр менән осраша һәм көсөргәнешле эшләй.
Әйтәйек, 1999 йылдан Әлшәй районы буйынса территориаль бүлеккә Замир Шәрифулла улы Ҡыҙрасов етәкселек итә.
1994 йылдан Бөрө районында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре менән урындағы территориаль бүлектең баш белгесе Ольга Леонидовна Шумова шөғөлләнә.
Һөҙөмтәле эшмәкәрлегегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Һеҙгә тыныслыҡ һәм сәләмәтлек теләйем. Артабан да үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылығыҙ, алда бик күп бурыстар тора. Байрам менән!
#ЖЗЛ_БАШКОРТОСТАН