Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Октябрь 2021, 07:02

“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!

“Халыҡтар күп – ил берәү!” тигән лозунг аҫтында алтынсы тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы үткәрелә. Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышлана, уның өсөн берҙәм ваҡыт билдәләнгән – 3 – 7 ноябрь. Диктант www.miretno.ru сайтында онлайн тәртиптә яҙыла.

“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!
“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!

Ул кешеләрҙең этнографик яҡтан, Рәсәй халыҡтары тураһындағы белемен асыҡларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, киң йәмәғәтселектең иғтибарын халыҡ-ара татыулыҡ, берҙәмлек мәсьәләләренә лә йүнәлтә. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: “Башҡортостан күп быуаттар буйы дуҫ һәм татыу йәшәгән 160-тан ашыу милләт халҡының боронғо мәҙәниәте менән дан тота. Милли тамырҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һуңғы тиҫтә йылда артты, был беҙҙең республикала йәшәгән бөтә халыҡ вәкилдәренә лә ҡағыла. “Ҙур этнографик диктант” кеүек мәғрифәт акцияһы рухи ҡиммәттәрҙе, мәҙәни мираҫты киләһе быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә”, – тип иҫәпләй.

Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән кешеләр ҡатнаша ала. Ул рус, инглиз, испан телдәрендә яҙыла.

Мәсьәләләр 3 ноябргә ҡарай төндә, Мәскәү ваҡыты менән төнгө сәғәт 1-се 1 минутта диктанттың рәсми сайтында – www.miretno.ru – баҫыла. Улар тест рәүешендә һәм түбәндәге өлөштәрҙән тора:

– 20 һорау – дөйөм федераль бүлек, ул бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә бер үк;

– 10 һорау – төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым;

– 30 һорау – сит илдәргә тәғәйенләнгән бүлек, ул илдән ситтә йәшәгәндәр өсөн уртаҡ һорауҙарҙан тора.

Бар һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргән өсөн иң ҙур балл – 100.

Тесты үтеү ваҡыты – 45 минут. Уны яҙғас, ҡатнашыусы яуаптарын анализлаған шәхси һөҙөмтәһен ала. Йыйылған балдар күләме яҙылған сертификат электрон рәүештә формалаштырыла, уны электрон почтаға ла алдыртырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беренсе этнографик диктант 2016 йылдың 4 октябрендә үтте, унда 90 мең Рәсәй кешеһе ҡатнашты. Былтыр, 2020 йылда, акцияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм донъяның 123 иленән 1 742 661 кеше ҡушылды. “Ҙур этнографик диктант”ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы ойоштора.

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов: “Беҙҙең бурыс шунан ғибәрәт: акциянан һуң Рәсәй халҡы үҙенең тамырҙары, ата-бабаларының йолалары менән ҡыҙыҡһынһын, эргәлә йәшәгән кешеләр тураһында күберәк белгеһе килһен. Бындай белем төрлө милләт халыҡтарының үҙ-ара хөрмәте, татыулығы өсөн нигеҙ булып тора”, – тигән фекерҙә. Был турала диктанттың рәсми сайтында әйтелә.

Акция тураһында тулы мәғлүмәт уның рәсми сайтында (https://mi­retno.ru/) бирелгән. Социаль селтәр­ҙәрҙәге рәсми төркөмдәр:

https://vk.com/miretno,

https://www.instagram.com/etnodictant/,

https://www.facebook.com/miretno.

 

- Рәүилә Ғатауллина.

“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!
“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!
Автор:
Читайте нас