

Башҡортостан һәм Чукотка – сир динамикаһы күҙәтелмәгән ике генә төбәк. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың урындағы етәксеһе Анна Попова хәбәр итте. Башҡа төбәктәрҙә даими үҫеш бара.
"Беҙ ысынлап та хәлдең тотороҡланыуын күҙәтәбеҙ. Шартлыса платоға сыҡтыҡ. Әлбиттә, был хаҡта күп һөйләге килмәй, сөнки бер аҙ борсолабыҙ, әммә һандар шуны күрһәтә. Һуңғы бер нисә көн дауамында яңы сир осраҡтары 670-тән артмай. Еңеү тураһында һөйләргә һәм тынысланырға иртәрәк. Беҙҙә ете мең койка йәйелдерелгән һәм һигеҙ меңдән ашыу кеше өйҙә дауалана. Хәлде киҫкенләштермәү өсөн берҙән-бер юл – вакцина яһатыу, санитария талаптарын үтәү һәм ял көндәрендә мөмкин булғанса ваҡытты өйҙә үткәреү", – тине вице премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Күрһәткестәр һуңғы бер нисә аҙналағы сикләү сараларының һөҙөмтә биреүе тураһында һөйләй.
"Ошо саралар арҡаһында вакцина яһау темпын арттырҙыҡ. Һуңғы ун көн эсендә 100 мең кешегә прививка эшләү темпы буйынса лидерҙар рәтендә киләбеҙ. Тәү сиратта вакцинаны 60 йәштән өлкәндәр, йөрәге, үпкәһе менән проблема булғандар, шулай уҡ хәүефле онкология, эндокринология, шәкәр диабеты сирҙәренә дусар булғандар яһатырға тейеш. Был аҙнала беҙ буласаҡ әсәйҙәрҙе, 22 аҙналыҡ йөклөлөктән алып, прививкалай башланыҡ. Шул рәүешле әсәне лә, сабыйҙы ла һаҡлаясаҡбыҙ", – тине Максим Забелин.
Сауҙа-күңел асыу үҙәктәре вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ яңы талаптарҙы үтәргә тырыша.
"12 октябрҙән Өфөлә сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә инеү өсөн QR-код индереү менән “Планета”ға халыҡ ағымы уртаса 45 процентҡа кәмене. Дөйөм алғанда, ҡунаҡтар яңы эш режимын аңлап ҡабул итте. Беҙ “Планета” ҡунаҡтарын сәләмәтлектәре тураһында хәстәрлек күрергә һәм бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ, ә үҙәк биләмәһендә вакцина яһатыу пункты эшләй", – ти “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәгенең башҡарма директоры Заурад Йомаҡаев.
Фото: ”Башинформ”.