

Ковид госпиталендә шәфҡәт туташы булып эшләгән, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан дәүләт медицина университетында уҡыған Альбина Шәйхелисламова тураһында яҙғаныбыҙ бар.
Тырыш, әүҙем ҡыҙҙың төрлө кимәлдәге матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыуын беләбеҙ. Был юлы 22 йәшлек яҡташыбыҙ Төркиәлә үткәрелгән “Евразия королеваһы–2021” конкурсында ҡатнашасаҡ.
Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы 30 октябрҙән 8 ноябргә тиклем барасаҡ. Евразияның төрлө илдәренән йыйылған матурҡайҙарҙы видео-сессиялар, хәйриә проекттары, экскурсиялар, шоуҙар көтә. Башҡортостан исеменән “Мисс республика-2020“ матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Альбина Шәйхелисламова сығыш яһаясаҡ.
Фото: “Башинформ”.