Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Октябрь 2021, 04:00

“Ауылым урамдары буйлап”

Балтас үҙәк район китапханаһы тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеге сиктәрендә яңы проектты тормошҡа ашыра башланы. Библиогид проекты “Ауылым урамдары буйлап” тип атала.

“Ауылым урамдары буйлап”“Ауылым урамдары буйлап”
“Ауылым урамдары буйлап”

Китапханасылар Иҫке Балтас ауылының бөйөк шәхестәр исемен йөрөткән урамдарында видео төшөрөп, “Бәйләнештә” һәм “Инстаграм” селтәрҙәрендәге төркөм биттәренә урынлаштыра. Әлеге ваҡытта Ғабдулла Ғәлиев-Батырша, Салауат, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Гагарин һәм Фрунзе урамдарынан видеомәғлүмәт әҙерләнде.
— Райондаштарға бөйөк шәхестәребеҙ һәм ауыл тураһында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы булыр, видеоларҙы күргәс, ауылдаштарҙың тыуған ауыл урамдарына ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрер, ғорурлыҡ хистәре тыуыр, ҡапҡа алдарын матурлап, йыйыштырып тотоу теләге уяныр, — ти китапханасылар. Бәлки, урамдарҙың тарихын өйрәнеүгә балтастар ҙа үҙ өлөшөн индерер, белгән мәғлүмәт менән комментарийҙарҙа уртаҡлашыр, тигән өмөт бар.

 

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

“Ауылым урамдары буйлап”
“Ауылым урамдары буйлап”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас