Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Октябрь 2021, 11:59

Һыуҙан торған үҫемлек

Был һутлы япраҡлы гөлдө белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Алоэ вера үҫемлеген косметика сараларын әҙерләүҙә йыш ҡулланалар. Ул күптәрҙең бүлмәләрендә үҫә, оҙаҡ йәшәй, өйҙә йөҙ йылға бер тапҡыр ғына сәскә ата, тиҙәр. 97 проценты һыуҙан торған алоэны быуаттар буйына тән тиреһе бешкәндә уңышлы файҙаланғандар. Унан крем һәм лосьондар етештерәләр, һутын эсәләр, төрлө салаттарға өҫтәйҙәр.

Һыуҙан торған үҫемлекҺыуҙан торған үҫемлек
Һыуҙан торған үҫемлек

Шулай ҙа белгестәр уны һаҡлыҡ менән файҙаланырға өндәй, бүлмәлә үҫкән гөлдәрҙе аҙыҡ-түлеккә ҡушмаҫҡа өгөт­ләй, сөнки организмға кәрәкле матдәләр дозаһынан уларҙағы матдәләр ун, хатта йөҙ тап­ҡырға артығыраҡ булыуы ихтимал. Өҫтәүенә уның бөтә сорт­тары ла ҡулланыу өсөн ярамай, һаулығығыҙға зыян килтереп ҡуймағыҙ, тип иҫкәртә табиптар.

Донъяла алоэның 350-гә яҡын төрө бар, шуларҙың бары 15-е генә дауалауҙа ҡулла­ныла. Уның һутын дарыуханала һатып алырға мөмкин. Үҫемлек А,С, Е витаминдарына һәм минералдарға, фолий кислотаһына, холинға, антиок­сиданттарға бай. Ундағы кальций, хром, селен, марганец, калий, натрий, цинк көн һайын организмда матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа ҡатна­ша. Ферменттар тире сәләмәт­легенә ыңғай йоғонто яһай, гормондары йәрәхәттәрҙе тиҙерәк уңалта.

Алоэ туҡыма һәм күҙәнәктәр сәләмәтлеген һаҡлаусы алыш­тырғыһыҙ һигеҙ аминокислотанан тора. Уны йыш ҡына ҡояшта ныҡ янғанда уңышлы ҡулланалар. Тикшере­неүҙәр­ҙән күренеүенсә, уны шәкәр диабетына юлыҡҡанда файҙа­ланырға мөмкин, сөнки ул ҡан­дағы глюкозаны контролләргә һәм кимәлен кәметергә ярҙам итә. Тик үҫемлек һутын табип менән кәңәшләшмәйенсә файҙаланырға ярамай, сөнки уға ғына хас булған зарарлы үҙенсәлектәре лә бар.

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Һыуҙан торған үҫемлек
Һыуҙан торған үҫемлек
Автор:
Читайте нас