Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Октябрь 2021, 04:41

Раузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡ

"Быйыл тәүге тапҡыр раузалар һатып алдым. Һатыусы миңә уларҙы ҡышҡа нисек ябырға кәрәклеген аңлатты, әммә интернеттан мәғлүмәт уҡығас, шикләнеп киттем", — ти беҙҙең гәзит уҡыусы.

Раузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡРаузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡ
Раузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡ

"Быйыл тәүге тапҡыр раузалар һатып алдым. Һатыусы миңә уларҙы ҡышҡа нисек ябырға кәрәклеген аңлатты, әммә интернеттан мәғлүмәт уҡығас, шикләнеп киттем. Күп төрлө кәңәш бирәләр. Раузалар өшөмәһен өсөн уларҙы нисек дөрөҫ ҡапларға?" — тип һорай Өфө районының Жуков ауылынан Алина Зиннәтуллина.

Был һорауға Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Саҙыҡова яуап бирә:

— Раузаларҙың күп төрҙәрен ҡышҡылыҡҡа япмаһаң да, улар һыуыҡты яҡшы үткәрә, ә икенселәре айырым ҡышлау шарттарын талап итә. Был һоҡланғыс сәскәнең тыуған иле — Боронғо Рим, унда ҡыш Рәсәйҙәге кеүек һыуыҡ булмай, раузаларҙың тыуған илендә минималь температура 3 градустан түбән төшмәй.

Һыуыҡҡа сыҙамлы сорттар ҡышты ауырлыҡһыҙ үткәрә ала, әммә тамыр системаһын тупраҡ, шыршы йәки ҡоро япраҡтар менән ҡаплау яҡшыраҡ. Ҡыш алдынан ҡыуаҡтар антисептик менән эшкәртелә, япраҡтарын киҫегеҙ йә өҙөгөҙ.

Һыуыҡҡа раузаларҙың кәрлә, сәй-гибриды, экзотик сорттары һиҙгер. Ҡыуаҡтарҙы октябрь аҙағына ҡапларға кәрәк. Был сәскәләр -7 °C тиклемге һыуыҡтан ҡурҡмай. Әммә ер, шыршы ботаҡтары, махсус материал ҡоро булырға тейеш. Дымлы әйбер эләккән хәлдә, раузаның тамыры сереп, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡышын ҡыуаҡ аҫтына сысҡандар эйәләшмәһен өсөн, уның төбөнә бер аҙ ағыу ҙа һибергә була.

Автор:Лилия Нуретдинова
Раузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡ
Раузаларҙы дөрөҫ ҡаплайыҡ
Автор:
Читайте нас