Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Октябрь 2021, 09:19

Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәк

Республикала яңы коронавируслы инфекцияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн 2 484 000 кешене вакциналарға кәрәк. Бының турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР хөкүмәте вице-премьеры – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәкБашҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәк
Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәк

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә прививка яһатмаған граждандарға коронавирусҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр индергәс вакцина ҡаҙатырға теләүселәр һаны артҡан. 16 октябрҙә рекорд күләмендә кеше — 40 321 граждан COVID-19-ҙан прививка яһатҡан.

Министр белдереүенсә, бөгөнгә республикаға 1 910 мең доз вакцина килтерелгән, I компонентын 1 436 мең кеше яһатҡан, вакцинацияны тулыһынса 1 260 мең кше яһатҡан.

Тик вирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн был ғына аҙ, тағы ла 1 миллионға яҡын кешене вакциналарға кәрәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, 18 октябргә ҡарата төбәктә 77 473 кеше яңы коронавируслы инфекцияны йоҡторған, уларҙың 660 кешеһендә сир һуңғы тәүлектә асыҡланған. 67 113 пациент һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә — 294 кеше.

Дауаханаларға 7 138 пациент дауалау үтә, 52-һе ауыр хәлдә ҡала, 16 кеше үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташҡан.

Автор:Айбулат Ишназаров
Источник: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-18/bash-ortostanda-ta-y-la-1-mln-keshene-privivkalar-a-k-r-k-2550992
Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәк
Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешене прививкаларға кәрәк
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас