Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2021, 13:18

Көҙгөһөн кәйефте нисек күтәрергә?

Миҙгелгә бәйле күңелде моңһоу уйҙар баҫһа, күңел төшөнкөлөгө биләп алһа, уларҙан нисек ҡотолорға, кәйефте нисек күтәрергә? Һеҙҙең иғтибарға - ябай ғына кәңәштәр.

Көҙгөһөн кәйефте нисек күтәрергә?
Көҙгөһөн кәйефте нисек күтәрергә?

Ғәҙәттә, тап көҙгөһөн кеше күңелен моңһоу уйҙар биләп алыусан. Тәбиғәттәге күренештәр, йылы көндәр менән хушлашыу, ҡояш нурының кәмеүе беҙгә лә тәьҫир итмәй ҡалмай. Белгестәр телендә “көҙгө торош”, “көҙгө депрессия” тигән төшөнсәләр ҙә бар.

Әгәр миҙгелгә бәйле күңелде моңһоу уйҙар баҫһа, күңел төшөнкөлөгө биләп алһа, уларҙан нисек ҡотолорға, кәйефте нисек күтәрергә? Һеҙҙең иғтибарға ябай ғына кәңәштәр:

* Үҙең булған урында – өйҙә, эштә йәм булдырыу.

* Дуҫтарыңды, яҡындарыңды ҡунаҡҡа саҡырыу.

* Тәмле ризыҡтар ашау, бешеренеү.

* Әүҙем тормош алып барыу.

* Уңайлы, матур кейенеү.

* Бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йәм табыу.

* Күңелеңә ятҡан шөғөл, ижади эш менән булышыу.

* Һәр нәмәлә, хатта ҡәнәғәт булыуҙа ла сама белеү.

Бәләкәй генә матурлыҡты ла күңелегеҙгә дауа, йәм итеп ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, үҙеңдең яратҡан сынаяғыңа тәмле итеп сәй яһап, уны үҙең яратҡан кәнфитең менән эсеүҙән дә бәхетле булыу тойғоһон кисерергә мөмкин. Быны бары күңелең менән тойорға, аңларға ғына кәрәк.

Әлеге мәлде лә тап ошондай ябай ғына, әммә күңелгә йәм бирер, эске донъябыҙҙы балҡытып ебәрер ғәмәлдәр менән байытырға мөмкин. Иң мөһиме - бәләкәй генә шатлыҡтарға ҡыуанып, көҙҙөң матурлығын, хатта быҫҡаҡлап яуған ямғырҙың да ҡабатланмаҫ моңон тойоп йәшәгеҙ!

Фото: oir.mobi 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Көҙгөһөн кәйефте нисек күтәрергә?
Көҙгөһөн кәйефте нисек күтәрергә?
Автор:
Читайте нас: