Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2021, 13:14

Гөлназ Асаева бөгөн әсәй булған!

"Үҙем яҙам, үҙем ышанмайым. Аллаға шөкөр”.

Гөлназ Асаева бөгөн әсәй булған!
Гөлназ Асаева бөгөн әсәй булған!

“Бөгөн беҙҙең өсөн бик мөһим көн. Балабыҙҙың тыуған көнө. Үҙем яҙам, үҙем ышанмайым. Аллаға шөкөр”.

Бөгөн төшкә ҡарай яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Инстаграмдағы сәхифәһендә ошондай яҙыу барлыҡҡа килде.

Шуныһы, Гөлназ үҙенең ауырлы булыуын тамашасыларынан һәм Инстаграмдағы яҙылыусыларынан йәшерҙе. “Һеҙ ауырлымы әллә?” тигән һорауға һәр саҡ “юҡ” тип яуап бирә ине. Күптәр уның йомроланып китеүенә ишараланы, фотоларында, видеоларында быны күрергә тырышты. Гөлназ да, ире Вилли ла ныҡ торҙо һәм бәпес тыуғансы серҙе сисмәне.

Быны аңларға ла була. Күптәр ошондай яуаплы осорҙа бар донъяға үҙ хәле тураһында һөйләргә теләмәй. Күҙ тейеүҙән дә ҡурҡҡандарҙыр.

Инстаграмда барыһы ла йәш парҙы ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлай башланы. Ҡайһы берәүҙәр бәпестең енесе тураһында ла яҙған. Күптәрҙең белдереүенсә, уларҙың ҡыҙҙары тыуған.

Йондоҙло пар Гөлназ менән Вилданды ғүмерҙәрендәге иң матур мәл, бәхетле көндәре менән ҡотлайбыҙ! Бәпестәре иҫән-һау булып, ата-әсәһен, яҡындарын ҡыуандырып үҫһен. Атайҙар көнөндә атай булды Вилдан! 

Фото: Инстаграм. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Гөлназ Асаева бөгөн әсәй булған!
Гөлназ Асаева бөгөн әсәй булған!
Автор:
Читайте нас: