Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Сентябрь 2021, 04:00

Талапсан етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙ

әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы тәжрибәле тәрбиәсе

Талапсан  етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙТалапсан  етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙ
Талапсан етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙ

Мишкә ауылында йәшәүсе Әлфиә Сабир ҡыҙы Ишмакаева бар ғүмерен мәктәпкәсә белем биреүгә бағышлаған. Уның дөйөм педагогик стажы 45 йыл, шуның 38 йылы балалар баҡсаһы мөдире вазифаһында үткән. Бөгөн ул хаҡлы ялда.
1956 йылдың 11 февралендә Мишкә ауылында Тәскирә Ғәндәлип ҡыҙы һәм Сабир Хәтмулла улы Хәтмуллиндар ғаиләһендә тыуа. Ата-әсә наҙын һәм һөйөүен тойоп, матур тәрбиә алып өс бала үҫәләр. Мишкә урта мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Әлфиә 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжына уҡырға инә. Йәш ҡыҙ тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә.
– Студент йылдары бик күңелле үтте. 1975 йылда ҡулыма диплом алып, тыуған яғыма эшкә ҡайттым. Ике йыл эшләгәндән һуң миңә, йәш тәрбиәсегә, декрет ялына киткән Анна Дмитриевна Баженованың урынына 1-се балалар баҡсаһы мөдире вазифаһында эшләп торорға тәҡдим иттеләр. Үтенестәрен кире ҡаҡманым, үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Тәүҙәрәк ауыр булды, әммә мин бирешә торғандарҙан түгел, — ти Әлфиә Сабир ҡыҙы, хәтирәләргә бирелеп.
Район етәкселеге тырыш, яуаплы, ижади ҡарашлы йәш белгесте шунда уҡ күҙ уңына ала. 1978 йылда район үҙәгендә яңы балалар баҡсаһын асырға ҡарар иткәс, улар мөдир итеп шунда уҡ Әлфиә Ишмакаеваның кандидатураһын һайлай һәм яңылышмай. Шулай итеп, 22 йәшлек ҡыҙ үҙ иңенә ҙур яуаплылыҡ ала. Был вазифала Әлфиә Сабир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Балалар баҡсаһына иҫке генә бинаны бирәләр. Эш башлағанда бар һорауҙарҙы үҙенә хәл итергә, йөрөргә тура килә. Бинаның эске, тышҡы торошон тәртиптә тотоу, ҡышҡылыҡҡа уны йылытыу, һыу, аҙыҡ-түлектән өҙмәү кеүегерәк һорауҙарҙан тыш мебель, йыһаздар, уйынсыҡтар, методик ҡулланмалар табыу, урынлаштырыу, балалар баҡсаһын белгестәр менән туплау мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
— Коллективҡа рәхмәтлемен. Улар бар яҡлап ярҙам күрһәтте. Кәрәк ерҙә кәңәштәре, яҡшы һүҙҙәре, эштәре менән ярҙам итте. Уларҙың берҙәмлеге, эштәренә яуаплы ҡарауҙары миңә эшләргә дәрт бирә ине. Үҙемдең көсөмә ышанып, икенсе өйөбөҙгә әйләнгән балалар баҡсаһын тағы ла күркәмерәк итергә, уңайлыҡтар тыуҙырырға ынтылдым, — ти Әлфиә Ишмакаева.
Тормош үҙ яйы менән бара бирә. Әлфиә Сабир ҡыҙы Дүртөйлө егете Әдеғәт Әғләм улына кейәүгә сыға. 1983 йылда матур итеп ғаилә ҡороп, күптәргә үрнәк булып, донъя көтә башлайҙар. Ике малайға — Илдар менән Рөстәмгә ғүмер бүләк итәләр. Уңған ҡатын яуаплы вазифаны уңышлы алып барырға, өйҙә тәртип, бөхтәлек тоторға, ғаиләне тәмлекәстәр менән һыйларға, балаларҙы ҡарарға, унан тыш йорт-ихата тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәргә лә өлгөрә. Эш менән өй араһында ситтән тороп Бөрө педагогия институтын тамамлай.
Иҫке бинала балалар баҡсаһы 13 йыл эшләй. 1991 йылда яңы ике ҡатлы бинаға күсәләр һәм Әлфиә Сабир ҡыҙы тағы тулыһынса яңынан эш башлай. Әлбиттә, был юлы күпкә еңелерәк тура килә, сөнки ул инде тәжрибә туплаған белгес була. Балалар баҡсаһына заманса яңы йыһаздар, мебель ҡайтарыла. Иҫке раскладушкаларҙы стандарт ағас карауаттар алмаштыра. Баҡса биләмәһендә уйын майҙансыҡтары булдырыла, тирә-яғы тәртипкә килтерелә. Яңы бинала тәрбиәселәр ҙә дәртләнеберәк эшләй башлай. Әлфиә Сабир ҡыҙы етәкселегендә төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар.
Әлфиә Са
бир ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәрҙе лайыҡлы йөрөтә. Шулай уҡ күп тапҡырҙар БР Мәғариф министрлығы, район хакимиәте, мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталарына лайыҡ була.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тик тормай. Тормош иптәше Әдеғәт Әғләм улы менән аҙбар тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, йәйен баҡса үҫтерәләр. Ихата алды йәй көнө сәскәгә күмелә. Көҙ еткәс, баҡсалағы уңышты эшкәртеп, банкаларға тултыра уңған хужабикә. Ҡыш көнө үҙҙәренең баҡсаһында үҫкән ҡайнатмалар, салаттар менән һыйлай ул ғаиләһен. Иртә яҙҙан тағы ла баҡса эше, үҫентеләр ултыртыу, өлгөртөү менән мәшғүл Әлфиә Сабир ҡыҙы. Былар барыһы ла күп көс һәм тырышлыҡ талап итә, әлбиттә.
— Беҙ һәр ваҡыт хәрәкәттәбеҙ, тик торған юҡ. Атайым да хәрәкәттә — бәрәкәт, ти торғайны. Ул 91 йәшкә тиклем йәшәне. Бар эште тормош иптәшем менән бергә башҡарабыҙ. Хәҙер беҙ — олатай, өләсәй. Ейәндәргә лә ваҡыт бүлергә, ҡарашырға, балаларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Ял көндәрендә оло улыбыҙ Илдар ғаиләһе менән ҡайта. Ейәндәребеҙ Камилла, Кәрим менән мәж килеп, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, — ти Әлфиә Ишмакаева.
Илдар улдары өйләнгән, ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй. Ул Башнефтегеофизик ойошмаһында инженер-механик булып эшләй. Рөстәм — Мишкә ауыл Советы биләмәһе башлығы. Йәш егет, әсәһенә оҡшап, йәштән яуаплы вазифа биләй. Район үҙәге Мишкә, Ленинское, Яңы Васькин, Иҫке Васькин, Ҡыйғаҙытамаҡ, Яңы Ключево һәм Восход ауылдарының мәсьәләләрен хәл итә, ауыл халҡының йәшәү торошон яҡшыртыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн күп көс һала.
Әлфиә Сабир ҡыҙы “Йәнтөйәк” гәзитенең күптәнге дуҫы. Һәр ваҡыт яҙыла һәм уҡып бара. Һөнәри байрам — Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Әлфиә апайҙы һәм барлыҡ тәрбиәселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, күңел тыныслығы, тән сихәте теләйбеҙ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Талапсан  етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙ
Талапсан етәксе, рухлы ҡатын-ҡыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас