Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Сентябрь 2021, 11:06

Йәшел ҡалҡаныбыҙ һағында

 тороусы хеҙмәткәрҙәрҙең иңдәренә ауыр ҙа, яуаплы ла бурыстар һалынған Борай районы.

Йәшел ҡалҡаныбыҙ һағындаЙәшел ҡалҡаныбыҙ һағында
Йәшел ҡалҡаныбыҙ һағында

Урмандар — баһаһы булмаған, үҙенә ҡарата һаҡсыл ҡараш һәм үҙенән тейешенсә файҙаланыуҙы талап итә торған байлығыбыҙ.
Урмандарҙы һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү бурыстарының йылдан-йыл тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә булыуын беҙ барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Урмансылар — лайыҡлы маҡтауға һәм хөрмәткә эйә булған, үҙ эштәренә тоғро булыуҙарын ысын мәғәнәһендә күрһәтеп, үҙҙәренең һөнәри бурыстарын үтәүсе, юғары квалификациялы белгестәр. Һөнәри байрамдары уңайынан “Борай урманы” учреждениеһы директоры Илдар Хәсәнов менән әңгәмәләштек.
— Илдар Риф улы, ғөмүмән, районда урман хужалығы буйынса эштәр нисек тора?
— Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә урман ағас һәм муллыҡ сығанағы ғына түгел. Ул тормошобоҙҙоң, мәҙәниәтебеҙҙең, тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө, экологик именлек нигеҙе лә. Беҙ район, республика, хатта Рәсәй халҡына урман байлыҡтарын һаҡлау һәм үрсетеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Беҙҙең район территорияһында урынлашҡан дәүләт урмандары барлығы 40 мең гектарҙан артығыраҡ ерҙе биләп тора. Бөгөнгә районда дүрт участка урмансылығында дүрт дәүләт урмансыһы идара итә. Уларға үҙ биләмәләрендә урман эштәрен планлаштырыу, башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү, халыҡтың урман менән бәйле төрлө үтенестәрен ҡәнәғәтләндереү йөкләтелгән.
— Беҙҙең район территорияһында ағастың ҡайһы төрҙәре үҫә?
— Урмандарыбыҙҙа төрлө ағастар үҫә. Төп майҙанды нарат, шыршы, ҡарағай, йүкә, уҫаҡ, ҡайын ағастары биләй.
— Урман хужалығы тигәс тә беҙ күҙ алдына ағас киҫеүҙе килтерәбеҙ. Ойошмаларға, халыҡҡа һеҙ ниндәй хеҙмәттәр күрһәтәһегеҙ?
— “Борай урманы” автоном учреждениеһы әйтелгән дүрт урмансылыҡта планлы рәүештә урман киҫелгән урындарҙа йәш үҫентеләр ултыртыу, тулыландырыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, ҡороған, серегән ағастарҙы таҙартыу эштәрен башҡара. Ошолар менән бер рәттән учреждение бюджетын тулыландырыу иҫәбенән урман киҫеү, таҡта, башҡа ағас материалдарын әҙерләп һатыу, халыҡҡа һәм ойошмаларға түләүле хеҙмәт күрһәтеү эштәрен башҡарабыҙ.
Беҙҙең урман хужалығында күп йылдар ғорурлығыбыҙ булған урман питомнигында йәш үҫентеләр үҫтереп һатыу, ағас орлоҡтары етештереү, үҫентеләрҙе яңыса ябыҡ тамыр системаһы менән үҫтереү ысулдарын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барыла. Бөгөн питомникта 10 миллионға яҡын нарат үҫентеһе үҫтерелә. Хәҙер уларҙың ҙур өлөшөн күсереп ултыртырға була. Һуңғы 6-7 йыл эсендә подряд нигеҙендә фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары заказдары буйынса ҡыр ышыҡлау һыҙаттары ултырттыҡ. Әле быйыл эксперимент итеп теплицала махсус кассеталарҙа нарат үҫентеләре үҫтерә башланыҡ. Был ысул ағас үҫентеләрен яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә ултыртырға мөмкинлек бирә. Улар еңелерәк үҫеп китә. Был эште алдағы йылдарҙа ла дауам итергә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, 2024 йылға 50 процент урмандар ошо ысул менән ултыртыласаҡ. Быйылғы ҙур, күләмле эштәрҙең береһе — компенсация урмандарын тергеҙеү. Был берәр ойошма урмандың бер өлөшөн алып, унда үҙ эштәрен башҡарһа, шул участканы тергеҙеү эше тигән һүҙ. Ошо уңайҙан районда 45 гектар ерҙә посадка ултыртылды. Был яуаплы эштә коллективтың һәр бер ағзаһының өлөшө ҙур булды.
— Был күләмле эштәрҙе кемдәр башҡара һуң? Коллектив ҙурмы?
— Беҙҙең учреждениела барлығы 33 хеҙмәткәр эшләй. Тағы 10-ға яҡын кеше ваҡытлыса хеҙмәт һала. Былар — урмансылар, питомник хеҙмәткәрҙәре, урман әҙерләүселәр, янғын-химия станцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар. Хеҙмәткәрҙәргә һүҙ тейҙерерлек түгел, уларҙың һәр береһе йыл әйләнәһенә ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй.
Әйтеп китергә кәрәк, урман менән бәйле эштәр күп ваҡытта урман хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә халыҡ менән бергә, район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре эшселәренең бик ҙур ярҙамы менән башҡарыла.
Әлбиттә, байрам алдынан оҫталарыбыҙҙы ла билдәләп үтеү урынлы булыр, тип уйлайым, улар ярҙамында урмандарҙың матурлығы һаҡлап ҡалына. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Филимон Байметовҡа 70 йәш булһа ла, ул элеккесә алдынғы хеҙмәткәр, остаз. Уның тәжрибәһе бай, үҙ эшен һәр кемдән яҡшыраҡ белә. Водитель-механизаторҙар Иван Гнатюк, Нәфиҡ Садыҡов, эшселәр Илүс Әхмәҙиев, Мадис Дәүләтбаев эштәрен намыҫ менән башҡара. Күп йылдар урман хужалығында хеҙмәт иткән ветерандарҙы ла телгә алмай булмай. Зунил Әфләтунов, Рәүдәт Гәрәев, Радик Мостафин, Павел Аптыков яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Салҡаҡ участҡа урмансылығы механизаторҙарының күрһәткестәре яҡшырҙы. Бирелә тракторсы-водитель Азат Ғарипов маҡтауға лайыҡ. Зинфир Әғзәмов, йәш белгес булһа ла, үҙен инде ысын урман белгесе итеп танытты.
— Быйылғы йәй бик эҫе килде. Ҡоролоҡ иң беренсе сиратта йәшеллеккә зыян килтерә. Һеҙ селлә менән нисек “көрәштегеҙ”?
— Яҙ, йәй айҙары урмансылар өсөн айырыуса мәшәҡәтле һәм хәүефле осор. Әйе, быйыл йәй ҙә бик эҫе булды. Ҡоролоҡ бигерәк тә йәш үҫентеләргә ҡурҡыныс. Питомниктағы үҫентеләрҙе һаҡлап ҡалыу, тейешле дәрәжәгә еткереү өсөн бик күп күләмле эштәр башҡарылды. Өс айға яҡын ике агрегат ярҙамында көн һайын 60-70 тонна һыу һибергә тура килде. Донъя, ил буйлап урман янғындары дөрләне. Был бит бик ҡурҡыныс хәл. Өҫтәмә килешеү нигеҙендә, урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау саралары күрелә. Беҙҙең районда янғын-химия станцияһы бар. Уларҙың һөҙөмтәле эштәре арҡаһында һуңғы йылдарҙа ҙур урман янғындарына юл ҡуйылманы.
— Һуңғы йылдарҙа яҙғы һәм көҙгө ағас ултыртыу акциялары бик әүҙем үтә. Бында, әлбиттә, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең тырышлыҡ ҙур урын ала.
— Коллектив район, республикала үткән экологик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ултыртыу материалы менән дә тәьмин итәбеҙ. Беҙҙең районда “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акциялары үтте. Ауылдарҙы, район үҙәген йәшелләндереү эштәре башҡарылды. Бигерәк тә урмандарға, тәбиғәткә ихтирам һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында өлкән йәштәге кешеләр менән бергә йәш балалар ҡатнашыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
— Алда ниндәй маҡсаттар тора?
— Киләсәккә бик ҙур пландар бар. Файҙалы, килеме ҙур булған хеҙмәттәрҙе арттырырға уйлайбыҙ. Питомник эшен дә киңәйтеү бурысы тора. Төрлө мөмкинселектәрҙе ҡулланып, питомникта ҡуллана торған йыһаздарҙы яңыртырға ине. Яңы һыу һибеү яйланмаһы һатып алыу күҙ уңында тотола. Һүҙ уңайынан, коллективты, ветерандарыбыҙҙы үткән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлағым килә. Республикабыҙҙың һәм Рәсәй Федерацияһының йәшел байлығына ҙур өлөш индергәнегеҙ һәм уның тураһында ҡайғыртҡанығыҙ өсөн, һеҙгә рәхмәтемде һәм хөрмәтемде белдерәм. Тармаҡ ветерандарына — әле лә хеҙмәт итеүселәргә һәм лайыҡлы ялда булыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙҙең белем һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙ урмансыларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайбыҙ, был иһә урман хужалығын уңышлы үҫтереүгә ярҙам итә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Зәһинә Ибатуллина әңгәмәләште.

Йәшел ҡалҡаныбыҙ һағында
Йәшел ҡалҡаныбыҙ һағында
Автор:
Читайте нас