Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, стипендияға конкурста алты студент ҡатнашырға теләк белдерҙе. Өфө художество-гуманитар колледжы студенты Анастасия Ефремова тәүге еңеүсе тип танылды. Ҡыҙ «Дизайн» һөнәрен үҙләштерә, төркөм старостаһы, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең уға 5 750 һум стипендия түләү тураһында ҡарарына ҡул ҡуйылды.




