Вознесенка, Александровка, Самутин, Десяткин, Баҙан, Ҡуян, Акуди боронғо ҡаласыҡтар һәм ауылдар урынында ултыра. X-XII быуаттарҙан алып былар башҡорт ерҙәре тип һанала һәм өс ырыуҙыҡы тип иҫәпләнә. Башҡортостандан нуғайҙар киткәс, бирегә төрлө сәбәптәр буйынса татарҙар, мариҙар һәм рустар килә.
Шулай итеп, Дыуанай башҡорттары 1676 йылда уҡ үҙ ерҙәренә Айбаш ырыуҙарын индергән. Был турала документ Өфө идаралығында төҙөлә. Бирелә 1765 йылда уҡ отставкалағы һалдаттар Василий Белобородов һәм Евдоким Васильев килеп төпләнә. 1772 йылда Ҡалмаш ауылы башҡорттары Ҡуян, Печенкин, Айбаш араһындағы ерҙәрҙе йәшерен советник Иван Тимашевҡа һата. Һуңыраҡ ул бирелә Юланды араҡы ҡыуыу заводын аса. Ҡаңлы волосы башҡорттары 1793 йылда уға элекке Свердлов исемендәге колхоз һәм “Березовский” совхозы сиктәрендә ятҡан ерҙәрҙе лә бирә.
Ежов ауылында 1780 йылда рустар менән бергә Дыуанай ырыуы башҡорттары ла йәшәй. Быларҙы өйәҙ суды архивында һаҡланған документтар дәлилләй.
Тартышта ерҙәргә Ҡаңлы волосы башҡорттары хужа була. Ерҙәрҙе Ҡарасайылға һәм Ғүмәр ауылдары (Кушнаренко районы) башҡорттары ла биләй. Улар ҙур биләмәләрҙә хужалыҡ итә һәм Баҙан, Талбазы, Калинники, Ялғаш ауылдары халҡының ата-бабаларын үҙ ерҙәренә индерә. Документтарҙа уларҙың исемдәре һаҡланған.
1775 йылда Ҡарасайылға һәм Ғүмәр ауылдары башҡорттары Маяҙыҡ ауылында бер нисә рус кешеһенән һалым иҫәбенә йылына икешәр һум аҡса алған. Шул уҡ башҡорттар 1742 йылда төп старшина Миндәй Төпәйгә 300 һумға ер участкаһы һата.
1790 йылда Ҡаңлы волосы ерҙәрендә Ҡуян ауылына бер нисә рус кешеһе килеп төпләнә. Килешеүҙе Мәскәү ауылы муллаһы Әлмөхәмәтов яҙа.
Кешеләр һәр ваҡыт яҡшы ерҙәр эҙләй һәм бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй. Был хәл бигерәк тә 1798-1830 йылдарҙа башҡорт ерҙәрен межалағандан һуң йәнләнә. Бына бер миҫал. 1821 йылдың 24 апрелендә башҡорттар Талбазы йылғаһы тамағынан алып Ағиҙелгә тиклемге ерҙәрен һалымһыҙ Шишмә ауылы халҡына һәм полковник Илмәтевҡа бирә.
Ағиҙел аръяғының башҡа ауылдарына Шамшаҙы волосының Мәскәү, Уртай, Байыш ауылдары башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Ҡаңлыларҙың ерҙәре — Мишкә ауылына,ә шамшаҙыларҙың Мишкә районының Шаҙы ауылына тиклем һуҙылған була.
Акуди ауылына 1765 йылда сирмештәр нигеҙ һала. Уларға һәм Акудибаш халҡы ата-бабаларына Шамшаҙы волосы башҡорттары ер бүлеп бирә. Әлеге көндә Бөрө районында башҡорттар тарафынан нигеҙ һалынған өс ауыл: Үрге һәм Түбән Ласынтау, Яңы Байыш ҡына тороп ҡалды. Кешеләр был ерҙәрҙә неолит дәүеренән йәшәһә лә, ауылдар сағыштырмаса йәш һанала. Быны археологик табылдыҡтар дәлилләй. Яңы Байыш һәм Яңы Яндыҙ ерҙәрендә Бәхмүт мәҙәниәте кешеләре үҙ эҙҙәрен ҡалдырған.
Үрге һәм Түбән Ласынтау ауылдарына — Ҡаңлы волосының Ҡарасайылға ауылы (Кушнаренко районы) башҡорттары, Яңы Байышҡа Шамшаҙы волосының Иҫке Байыш ауылы (Дүртөйлө районы) башҡорттары нигеҙ һалған.
Ольга Платонова