Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Сентябрь 2021, 05:30

5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә

5 октябрҙән Рәсәй Дания, Джибути, Яңы Зеландия, Перу, Көньяҡ Африка Республикаһы, шулай уҡ Гоа һәм Тенерифе менән авиабәйләнеште тергеҙә, тип хәбәр итте «Известия» коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабҡа һылтанма менән.

5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә
5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә

«Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса һәм айырым илдәрҙәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, 2021 йылдың 5 октябренән түбәндәге дәүләттәр менән даими авиабәйләнеште тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тиелә хәбәрҙә.

Ҡарар Джибутиға (Мәскәү — Джибути), Яңы Зеландияға (Мәскәү — Веллингтон), Перуға (Мәскәү — Лима), Көньяҡ Африка Республикаһына (Мәскәү — Кейптаун, Мәскәү — Йоханнесбург), Данияға (Санкт-Петербург — Копенгаген) ҡағыла.

Бынан тыш, Мәскәү — Тенерифе маршруты буйынса Испания менән авиабәйләнеш тергеҙелә.

Оперштабтың белдереүендә Һиндостан тураһында ла һүҙ бара: һәр маршрутта аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү — Гоа, Санкт-Петербург — Дели һәм Санкт-Петербург — Гоа маршруттары буйынса.

Танзания менән авиабәйләнеш 1 ноябргә тиклем туҡтатылды. Сәбәбе — эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуы.

Бынан алда Рәсәй Испания, Ираҡ, Кения һәм Словакия менән авиабәйләнеште тергеҙҙе, шулай уҡ Белоруссия менән осошҡа сикләүҙәрҙе бөтөрҙө.

Фото: Валерий Шахов

https://www.bashinform.ru/news/1648993-s-5-oktyabrya-rossiya-vozobnovit-aviasoobshchenie-eshche-s-neskolkim-stranami-/        

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә
5 октябрҙән Рәсәй тағы бер нисә ил менән авиабәйләнеште тергеҙә
Автор:
Читайте нас