

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡы менән аралаша. Уға һорауҙарҙы кешеләр социаль селтәрҙәр аша ла, видеояҙмалар итеп тә ебәрә. Шулай уҡ студияла ултырған журналистар ҙа бирә. Журналист Светлана Вәлиева Радий Хәбировтан “байлыҡ” төшөнсәһе, уның яратҡан хакимиәт башлыҡтары тураһында һораны.
– “Байлыҡ”ҡа минең мөнәсәбәтем үҙгәрмәне. Ҡатыныма ла әйтем ҡуйҙым: һин мине көн һайын ситтән күрәһең, саҡ ҡына "шаша" башлауымды тойһаң, башыма һуҡ һәм хисемә килтер, тип, – тип көлдө республика етәксеһе. – Ә етди итеп әйткәндә, үҙем быны яратмайым.
Радий Хәбиров белдереүенсә, өс йыл эсендә етди кадрҙар эше башҡарылған. Хакимиәт башлыҡтарына даими рәүештә йөкләмәләр бирелә һәм уны үтәүҙәре ныҡлы күҙәтелә.
“Улар менән бик тығыҙ эшләргә кәрәк. Етди яңырыу кисерҙек. Мин тәү сиратта хакимиәт башлыҡтарының кеше булараҡ яҡшымы, түгелме икәнлеген ҡараным, ә һөнәри компетенцияларына түгел. Быны күрергә була. Рекомендацияларын ҡарайбыҙ, элекке эшен тикшерәбеҙ. Был етди кадр эше. Бөтә башлыҡтар ҙа иғтибарлы булһын тип ҡушам. Минең эш шундай – йөкләмә биреү һәм контролдә тотоу. Ҡайһы бер башлыҡтар менән беҙ хушлаштыҡ”, – тине ул.
Радий Хәбиров башлыҡтарҙың эшен ғәҙел һәм тыныс баһаларға тырыша.
– Яратҡан башлыҡтарым юҡ, ысын әйтәм. Һәр береһенә ул лайыҡлы булмаған ғәмәл башҡарғансыға тиклем ихтирам менән, хеҙмәтен аңлап ҡарайым. Бөтәһе лә башлыҡтың хәлен ала, киң матбуғат саралары ла, хоҡуҡ һаҡсылары ла. Ул ни өсөн ут янмай, ни өсөн ҡоролоҡ, ни өсөн уңыш үҫмәгән - барыһы өсөн дә яуап бирергә тейеш. Мин уларға айыҡ ҡарарға һәм ғәҙел булырға тейешмен. Һәр саҡ баштарына һуғып тороу – эшләмәй, – тине ул.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул ҡыҙыу кеше һәм ҡайһы саҡта хистәргә бирелә. “Эш башлаған саҡта мин артыҡ ҡыҙыу инем. Әле үҙем өҫтөндә эшләйем, тынысыраҡ булырға тырышам. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем”, – тине.
Фото: Башинформ.