Совет майҙаны 2020 йылдың йәйендә төҙөкләндерелә башлағайны. Төҙөүселәр биләмәне 6 метрға киңәйтте, үҫеп ултырған 30 йүкәне һаҡлап ҡалырға хәл ителде, һуңынан уларҙы йәш үҫентеләр менән алмаштырыу күҙаллана.
Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән Совет урамын ҡарап сыҡты. Бында юл япмаһын тулыһынса яңыртҡандар, ҡойма ямғыр канализацияһын урынлаштырғандар, тротуарҙарҙы киңәйткәндәр, тышҡы яҡтыртыу системаһын, үҙенсәлекле формалағы эскәмйәләр ҡуйғандар. Яңы ағастар ултыртылған, уларҙы өфөләр үҙҙәре һайлаған: декоратив саған, миләш, сирень ҡыуаҡтары һәм башҡалар.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында «Студенттар» скверы барлыҡҡа килде. Хәҙер Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында ла ошондай матур сквер бар. Унан тыш, Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Совет майҙаны өфөләр өсөн тарихи әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйткәйне.
«1942 йылдың мартында тап ошонда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуын хәбәр итә. Дивизия бөтә һуғышты үтеп, Берлинғаса барып етә».
Ял көндәрендә Пушкин урамынан Октябрь революцияһы урамына тиклемге участкала транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла. Шулай итеп, Совет майҙаны һәм уның янындағы биләмә йәйәүлеләр зонаһы булыуы ихтимал.
https://www.bashinform.ru/news/1638208-v-ufe-zapustili-svetomuzykalnyy-fontan-na-sovetskoy-ploshchadi-/




