Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Август 2021, 10:30

Мишкәлә полилингваль гимназия төҙөлә

"Халыҡтар дуҫлығы иң тәүге нәүбәттә – бер-береңдең йолаларын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеү ул", – тип фекерҙәре менән уртаҡлашҡан республика Башлығы.

Мишкәлә полилингваль гимназия төҙөләМишкәлә полилингваль гимназия төҙөлә
Мишкәлә полилингваль гимназия төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте.

"Минең өсөн республикабыҙҙың иң төп байлығы – халыҡтарҙың дуҫлығы, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашҡан Радий Хәбиров. – Ә халыҡтар дуҫлығы, иң тәүге нәүбәттә, бер-береңдең традицияларын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеү ул. Әлбиттә, мөһим бурыс – уларҙы һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырыу. Бөгөн Мишкә районындағы Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә ихлас күңел менән йөрөнөм. Республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм ауылдарында сыуаш, удмурт һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәни үҙәктәрен төҙөргә вәғәҙә биргәнмен. Уларҙы мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ".

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Мари тарихи-мәҙәни үҙәгенә ярҙам итеү Мишкә ауылы үҙәген төҙөкләндереүгә башланғыс биргән. Был райондан сыҡҡан шәхестәр иҫтәлегенә “Биш герой” мемориаль комплексы һәм “Геройҙар аллеяһы” барлыҡҡа килгән. Республика етәксеһе шулай уҡ Мишкәлә халыҡ менән кәңәшләшкән һәм бында тәрән итеп мари телен һәм сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн полилингваль гимназия төҙөргә ҡарар ҡылынған. 

"Район халҡы ауылдарҙы һыуға һәм газға тоташтырыу проблемаһын тағы ла күтәреп сыҡты, ни эшләргә һәм нисек ярҙам итергә икәнен ҡарарбыҙ, – тигән Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, Мишкә районына сәфәр миңә оҡшаны, бөтәгеҙгә лә тыныслыҡ һәм изгелек теләйем".

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Мишкәлә полилингваль гимназия төҙөлә
Мишкәлә полилингваль гимназия төҙөлә
Автор:
Читайте нас