

Сара “Һағышлы әсә” мемориаль комплексына, Афған һәм Чечен һуғыштарында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һалынған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Элеге ваҡытта районыбыҙҙа 70-тән артыҡ десантсы бар.
Иҫке Балтас ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Шәймөхәмәтов байрамда ҡатнашыусыларға район хакимиәте исеменән изге теләктәрен еткерҙе.
Балтас районының һауа десант ғәскәрҙәре советы рәйесе Фәрит Ғәлимов десантсыларҙы байрам менән тәбрик итте һәм бер төркөм десантсыларҙы миҙал менән бүләкләне.
Матур сара моңло йырҙар менән байытылды. Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң десантсылар спорт ярыштарында көс һынашты.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.