Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Июль 2021, 12:05

“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”
“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Сеймал буйынса ҡытлыҡ иҡтисадтағы төп проблемаларҙың береһе булып ҡала, - тип яҙған Премьер-министр. - Был бигерәк тә ауыл хужалығы тармағы өсөн көнүҙәк, сөнки ҡулланылған аҙыҡ-түлектең 80 процентын сит илдән йәки башҡа төбәктәрҙән килтерәбеҙ.

Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ. Нигеҙҙә, төп өлөш беҙгә эләкмәй, һәм һалымдарҙың күп өлөшө беҙҙә түләнмәй, эш урындары ла ҡайҙалыр булдырыла.

Өс йыл элек фермерҙар өсөн “Агростартап” грант программаһын башланыҡ. Был ваҡыт эсендә йөҙләгән яңы хужалыҡ барлыҡҡа килде. Яҡшы ла кеүек, әммә хәлде, сеймалды эшкәртеүҙе анализлауҙы һораһаҡ, баҡһаң, тәүге иген, ит һәм һөт етештереүселәрҙе генә субсидиялайбыҙ икән. Шуға программаға төҙәтмәләр индерҙек, быйылдан етештергән продукцияһын беренсе тапҡыр эшкәрткәндәргә лә гранттар бирә башланыҡ.

Киләсәктә планда – ҙур эшкәртеү кооперативтарын булдырыу һәм әҙер продукция төрҙәрен, шул иҫәптән хатта тәү сиратта ҙур өҫтәмә хаҡ менән булғандарын да арттырыу”.

Бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр  сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: Фейсбук.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”
“Сеймалды һатабыҙ һәм әҙер продуктты һатып алабыҙ...”
Автор:
Читайте нас