Был документ инвалидтарға дәүләт ярҙамы тураһындағы 1992 йылғы указға (сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында I һәм II төркөм инвалидтары сираттан тыш хеҙмәтләндерелә) үҙгәрештәр индерә.
Яңы указ менән «инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр» ҙә ошо категорияларға ҡарай.
Документ ҡул ҡуйылған көндән — 26 июлдән көсөнә инде.




