Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2021, 16:11

Республикала ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 15 центнер

Башҡортостанда 20 район хужалығы ашлыҡ йыйыуға төшкән.

Республикала ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 15 центнер
Республикала ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 15 центнер
Республикала ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 15 центнер
Республикала ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 15 центнер

13 июлгә аграрийҙар 11 мең гектарға яҡын ужым культураларын сабып алған, шуның  5 мең гектары һуғылған. Йыйым 7,4 мең тонна тәшкил иткән, һәр гектарҙан уртаса уңыш – 15,1 гектар. Бындай һөҙөмтә быйылғы миҙгелдең ҡоро килеүе менән аңлатыла. Һәйбәт шарттарҙа Ауыл хужалығы министрлығы 24 центнерҙан кәм булмаған уңыш алырға иҫәп тотҡайны.

Көйөргәҙе районы предприятиелары алдынғылыҡты бирмәй – улар тәүгеләрҙән булып ужым культураларын йыйыуға төштө һәм 1,14 мең тонна иген һуҡҡан. Шулай уҡ Дүртөйлө районында – 1 меңдән, Туймазыла 900 тоннанан ашыу йыйғандар.  

 

https://www.bashinform.ru/news/1619451-srednyaya-urozhaynost-ozimykh-khlebov-v-bashkirii-15-tsentnerov-s-gektara/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: иген
Автор:
Читайте нас: