Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Районыбыҙҙан “Гиви” позывнойлы хәрби II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Яугир МХО-ла хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән.

Ҡыйыу райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Ҡыйыу райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ

“Гиви” — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иң йәш яҡташтарыбыҙҙың береһе. Ул Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә белем ала һәм артабан Иҫке Балтас ауыл хужалығы колледжын тамамлай. Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында Росгвардияла хеҙмәт итә.
Фронтҡа ул 2022 йылда, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, 20 йәшендә юллана. Унда башҡорт мотоуҡсылар полкына эләгә, өлкән уҡсы бурыстарын үтәй. Хәрби бәрелештәрҙең береһендә етди яралана, әлеге мәлдә реабилитация үтә.
— “Гиви” өсөн, барлыҡ яугирҙарыбыҙ кеүек үк, ғаилә ярҙамы — иң мөһиме. Өйҙә уны ата-әсәһе, һеңлеләре көтә. Уларҙың ғаиләһе лә башҡалар кеүек гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша — посылкалар әҙерләй, маскировка селтәрҙәре үрә. “Гиви”ға тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Беҙ егеттәрҙең Еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, — тип изге теләктәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса МХО-ла булыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ташлама ҡаралған, улар араһында — шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт буйынса хеҙмәт итеүгә бәйле мәсьәләләр буйынса 8(34778)-2-16-76 телефон номеры буйынса йәки Ленин урамы, 103 адресы буйынса Юғары Тәтешле ауылына, йәиһә 8(34753)-2-13-34 телефон номеры аша Балтас районы буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Адресы: Иҫке Балтас ауылы, Комсомол урамы, 47. Шулай уҡ контрактҡа Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан “Защитник” берҙәм үҙәгендә ҡул ҡуйырға була. Тулыраҡ мәғлүмәт — 8-800-550-55-25 телефоны буйынса һәм башбат.рф сайтында.
МХО-ла хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының 117 номерлы берҙәм белешмә номеры, 122 йәки 8(347) 218-19-19 номеры буйынса, шулай уҡ “Минең документтар” күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры — 8(347)248-29-31.


Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһындағы һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙа бар. Буласаҡ контрактсыларға йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатта йәки Өфөләге контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Революция урамы, 156) хеҙмәт итеү шарттары тураһында аңлатырға мөмкиндәр.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: