Сара Сурай ауыл биләмәһе башлығы Галина Сәймөлөкованың сәләмләү һүҙҙәренән башланды: “Әлеге сара йылылыҡ һәм изгелек менән һуғарылған, бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә йыйылдыҡ”, — тине ул.
Ойоштороу комитетының һәм һәүәҫкәр артистарҙың берҙәм тырышлығы менән һоҡланғыс концерт ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләнде. Махсус хәрби операциянан яраланыу сәбәпле ялға ҡайтҡан яугирҙар, уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды.
— Тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙарыбыҙ алдында хөрмәт менән башыбыҙҙы эйәбеҙ һәм Ватанға тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, — тине үҙ сығышында ауыл хакимиәте башлығы.
Тамашасылар махсус хәрби операцияла һәләк булған Сергей Айдонов һәм Алексей Ямидановтың әсәләрен аяҡ өҫтө сәләмләне, аҙаҡ Тыуған ил өсөн башын һалған барлыҡ яугирҙарҙы тын тороп иҫкә алды.
Галина Андреевна сарала ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышҡандары өсөн рәхмәт әйтте һәм Еңеүҙең тиҙерәк килеүен теләне.
Хәйриә концертына килеүселәрҙе шулай уҡ мари карты Олег Миронов та сәләмләне.
“Ватан” төбәк йәмәғәт ойошмаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарының социаль хоҡуҡтарын яҡлау, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса рәйесе В. Миронов Сурай ауыл биләмәһенең Сурай, Бөкләнде, Октябрь, Маевка, Раевка ауылдары халҡына, мари гимназияһы, Сурай табип амбулаторияһы, Сурай ауыл биләмәһе хакимиәте коллективтарына, Оло Сухояз, Баймырҙа, Тынбай ауыл биләмәләре кешеләренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәте һәм Советы исеменән депутат Алексей Ибулаев сығыш яһаны һәм илһөйәрлек эшенә ҙур өлөш индергәндәргә, махсус хәрби операцияға ярҙам иткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Концерт программаһында мари гимназияһы уҡыусылары, шулай уҡ Арсений Андреев, Елизавета Андреева, Валерий Саҙретдинов, Алексей Ибулаев, Светлана Каншаева, Алена Зәйнетдинова, Денис Андриянов, Геннадий Тимиряев ҡатнашты. Ҡалтасы районы хәрби туғанлыҡ вәкилдәре лә килгәйне. Тамашасылар алдында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҙа сығыш яһаны.
Хәйриә концерты юғары әҙерлек менән үтеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтте, халҡыбыҙҙың Ватан именлеге өсөн берләшергә һәр саҡ әҙер булыуын күрһәтте.
Сара сәй табыны артында дауам итте. Галина Андреевна барлыҡ ҡатнашыусыларға, ойоштороу комитеты ағзаларына, Сурай ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан учреждение һәм ойошма етәкселәренә рәхмәт әйтте.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.