Ҡариҙел районының Әбүталип ауылында тыуып үҫкән бер туған Инзилә Ҡәҙим ҡыҙы менән Гөлүзә Ҡәҙим ҡыҙы – һөнәре буйынса шәфҡәт туташтары.
Гөлүзә Попова-Әхмәтханова Бөрө медицина колледжын тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 18-се дауаханала, 7-се балалар стоматология поликлиникаһында, артабан 8-се дауаханала шәфҡәт туташы, фельдшер булып эшләй. Ә Инзилә Әхкәмова-Әхмәтханова Өфө медицина колледжын тамамлаған. Ул баш ҡалабыҙҙағы 21-се дауаханала операция шәфҡәт туташы булып эшләгән.
– 8-се дауаханала фельдшер булып эш башлағас, дежур иткән мәлдәремдә махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан, төрлө тән яралары алған егеттәр йыш осрай башланы. Шуларға ҡарап, уларҙың хәлдәрен күреп, ярҙам итергә кәрәклекте аңланым һәм апайым менән МХО-ға юлланырға ҡарар иттек, - тип һөйләй Гөлүзә Ҡәҙим ҡыҙы.
Ике бер туған 2024 йылдың сентябрендә, шәфҡәт туташы булараҡ, ил һағына баҫа. Улар әлеге көндә Луганскиҙағы хәрби госпиталдә эшләй.
Бөгөн Инзилә, тыныс тормоштағы һөнәрен дауам итеп, операция шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ә Гөлүзә башта хирургия бүлегенең яра бәйләү кабинетында эшләгән, әле иһә уны психиатрия бүлегенә күсергәндәр. “Егеттәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, рухи йәһәттән терәк-таяныс булырға, яралыларҙың рухтарын күтәрергә тырышабыҙ, һөйләшәбеҙ. Ҡайһы берҙә ябай ғына аралашыу ҙа кешенең күңелен күтәрә”, - ти шәфҡәт туташтары.
Бына шулай, Ҡариҙелдең ҡыйыу ҡыҙҙары илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә баҙап ҡалмаған, “беҙ унда нығыраҡ кәрәк” тип, хәрби хеҙмәткә юлланған. Ә өйҙә уларҙы яҡын кешеләре – ғаиләләре, балалары, ауылда йәшәгән ҡәҙерле әсәйҙәре көтә. Изге теләк менән МХО-ға юлланған шәфҡәт туташтарына уңыштар, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ һәм тыуған яҡтарға, ғәзиздәрегеҙ янына тиҙерәк еңеү менән ҡайтырға яҙһын тибеҙ.
Фотолар: ғаилә архивынан.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова