Махсус хәрби операция яугирҙарҙың яу яланында нисек Тыуған ил именлеген һаҡлауын һәм тылда ла яҡташтарҙың берҙәм булып уларға ярҙам итеүен күрһәтте. Район халҡы әүҙем булып маскировка селтәрҙәре үрә, посылкалар йыя, ҡоро душ әҙерләй, шулай уҡ фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр тегә. Сираттағы гуманитар йөк беҙҙең яугирҙарға Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан илтеп тапшырылды. Уның нисек йыйылыуы, егеттәргә тәү сиратта нимәләр кәрәк булыуы хаҡында райондың бизнес-шерифы Динар Мортазин менән әңгәмәләштек.
Динар Нәҡиф улы, был юлы нисә нөктәгә ярҙам илтеп тапшырҙығыҙ? Был барыу нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
Башта дүрт урын ғына билдәле булһа, ярҙам йыйыу барышында Херсон өлкәһе, Запорожье, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 14 нөктә билдәләнек. Курск өлкәһенә лә ярҙам илтеү ихтыяжы тыуғас, күләмде, ауырлыҡты һәм, иң мөһиме, бер водитель үтергә тейешле юлды (дүрт меңдән ашыу километр) иҫәпкә алып, икенсе машинаны унда ебәрергә ҡарар иттек. Алдан әйтеүемсә, һәр барыу үҙенсәлекле. Был барыу ҙа беҙҙе хәүеф-хәтәр, ауырлыҡтар менән сыҙамлыҡҡа һәм берҙәмлеккә һынаны.
Иң кәрәкле әйберҙәрҙән егеттәргә нимәләр илтеп бирә алдығыҙ?
Унда беҙҙекеләргә әҙ-әҙләп бөтә нәмә лә кәрәк. Кемгәлер — генератор, ойоҡбаштар, кейем кәрәк, кемдеңдер уныһы етерлек, климатты, географик урынды иҫәпкә алып ихтыяж төҙөлә. Шуны әйтергә була — бөтәһенә лә маскировка селтәрҙәре кәрәк. Беҙ гуманитар ярҙамды ихтыяждар буйынса ғына йыйҙыҡ. Ике автомобиль, тәгәрмәсле мунса, прицеп, генераторҙар һатып алып барҙыҡ, госпиталгә лә ярҙам күрһәтелде.
Һәр кем поход мунсаһы төҙөлөшөн белмәй, был эштә кемдәр ҡатнашты?
Уға ҡағылышлы ҡыҙыҡ хәл булды. Мунсаны беҙгә бер эшҡыуар вәғәҙә итте, ул беҙҙең райондан түгел ине. Мин егеттәргә мунса кәрәклеге тураһында һорашҡас, алып килергә ҡуштылар.
Мунсаны эшҡыуар эшләгән, бөтә нәмә лә әҙер, ләкин аҙаҡҡы мәлдә аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында ул уны үҙ районы аша ебәреүен әйтте. Беҙгә уның ҡайҙан барыуы мөһим түгел ине, вәғәҙә иткән егеттәргә барып ҡына етһен.
Бер ни ҙә эшләп булмай, кәрәк булғас мунсаны төҙөп өлгөртөргә булдыҡ. Нигеҙ-прицепты — Ирсай ауылынан Олег Аликаев, каркас өсөн материалдарҙы ағалы-энеле Илдар һәм Илнур Ғилметдиновтар бирҙе. Эске стена өсөн материалдар беҙҙең бар ине, буржуйка мисен Влад Ашуркин эшләне, эске яғын тышларға вагонкаларҙы Рөстәм Ишмаҡаев бирҙе. Материалдар әҙерләгәндән һуң Алис Илтимеров, Владимир Илтимеров, Ярослав Саликов һәм Дмитрий Яндуғанов, Әмир Әбраров, Эрик Изибаев менән бергә каркасты йыя башланыҡ. Дим Ғәлимов ағас эшен башҡарҙы, Юлай Кәримов буятты. Был беҙҙең Интернет ярҙамында төҙөлгән беренсе мунса булды.
Күп ауылдарҙы халыҡ маскировка селтәрҙәре үрә. Иң әүҙемдәрен атап китегеҙ әле.
Маскировка селтәрҙәре үреү буйынса район халҡы ҙур ихтирамға лайыҡ. Был эшкә олоһо ла, кесеһе лә ҡушылды. Кемделер айырып әйтке килмәҫ ине, барыһына ла ҙур рәхмәт! Ҙур оҫталыҡ менән Иҫке Васкин, Озерки ауылы халҡы үрә, уларҙа кәрәкле бөтә йыһаз да бар.
Кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙа йәш быуындың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Был яугирҙарға ярҙам ғына түгел, ә илһөйәрлек тәрбиәләү ҙә, ата-әсәләр менән дә эш. Ҡайһы мәғариф учреждениелары посылкалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты?
Йәш быуын төрлө акцияларға теләп ҡушылды: был маскировка селтәрҙәре үреү, һалдаттарға хат яҙыу, 23 февралгә ҡотлауҙар, окоп шәмдәре әҙерләү һәм башҡалар. Мишкәнең 2-се күп профилле мәктәбе һәм 1-се лицейы директорҙарының кәңәшселәре әүҙем эшләй, Сурай, Кесе Нәкәрәк, Камай мәктәптәрен билдәләп үтмәй булмай. Китапханаға йөрөүселә ҙә, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр сәнғәт ағзалары ла ҙур өлөш индерә.
Яугирҙарға тыуған яҡтан килтерелгән аҙыҡ-түлек, йәшелсәләр бер ваҡытта ла күп булмай. Был юлы егеттәргә ниндәй ризыҡтар алып барҙығыҙ?
Яңы Троицк ауыл биләмәһе йәшелсәләр, тоҙланмалар, ҡайнатмалар менән ярҙам итә. Ҡайраҡ ауыл биләмәһе халҡы өй ашы, бутҡалар ебәрә. Бөтәһен дә иҫтә ҡалдырып булмай, барыһы ла, йәшенә ҡарамай, булыша. Сурай, Татарбай ауыл мәҙәниәт йорттары ижади коллективтары концерттар үткәреп, йыйылған аҡсаларҙы МХО-ға ебәрә.
Ҡорманай ауылынан Светлана Ильинична яугирҙар менән һәр саҡ бәйләнештә, посылкалар йыйыу һәм ебәреү менән әүҙем шөғөлләнә. Даими рәүештә С. Васюткин “Нива” автомобилен үҙе илтеп бирҙе, Д. Губеев (үҙ иҫәбенә 27 куб.м урман ебәрҙе), Р. Әлимов (элемтәне көсәйтеүсе йыһаз, айырым гуманитар ярҙам) ярҙам күрһәтә. Ситтә ҡалмағандарға ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
—Һуғыш балалары быуыны вәкиле Мария Васильевна Белоусованың да егеттәргә махсус посылка ебәреүе һоҡландыра.
Эйе, Яңы Троицк ауыл биләмәһендә йәшәгән Мария Васильевна Бөйөк Ватан һуғышында тылда хеҙмәт иткән, беҙҙең даими ярҙамсыбыҙ. Ул яугирҙарға тәмәке-самосад һалып әллә нисә посылка ебәрҙе. Ошондай оло быуын кешеләре ярҙам иткәндә нисек еңеүгә ышанмайһың?
Гуманитар ярҙам йыйыу һәм илтеп биреү еңел эш түгел, хәүефле һәм яуаплы. Ярҙамсыларығыҙ, был эштә туранан-тура ҡатнашҡан кешеләр тураһында әйтеп китегеҙ әле.
— Беҙ гуманитар ярҙам эшен башлағанда аҙ инек. Төп ауырлыҡ эшҡыуарҙар, атап әйткәндә, А. Александров, А. Фәтхинуров, Р. Әлимов, В. Антонов, В. Михайлов, Р. Хажиев, Л. Байдимирова, М. Белоусов, Р. Ғилманов, Татьяна һәм Александр Дмитриевтар иңенә төштө. Улар МХО башланыуҙың тәүге көндәренән үк ярҙам йыя башланы, хәҙер, аллаға шөкөр, беҙ күп, шуға еңелерәк тә.
Илтеү тураһында әйткәндә, беҙгә унда ышаныслы кешеләр кәрәк. Ике йыл эсендә команда төҙөлдө — шәхси эшҡыуар Юрий Яшкин (йөк ташыу), Дима Атнағолов, оҙатып барыусылар — Владимир Аспаев, Ренат Хажиев, Рөстәм Ишмаҡаев, Руслан Киленбаев. Беҙ инде — рухи көс биреүселәр, көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡһа, тыныс булып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, ҡурҡыуға ҡаршы тороу мөһим. Маршруттар ауыр, көтөлмәгән хәлдәр килеп сығырға мөмкин. Команда тикшерелгән, барыһы ла яҡшы булыр тип уйлайым.
Һеҙ район кешеләренә хәрби частан Рәхмәт хаты алып ҡайтҡанһығыҙ икән...
Эйе, ысынлап та, бер позразделение Мишкә районы халҡына Рәхмәт хаты бирҙе, ул Тарих-мәҙәни үҙәге эргәһендәге музейҙа һаҡлана. Беҙ быға бик шатландыҡ. Тылда башҡарылған эштәрҙең әһәмиәтен беҙ МХО тамамланғас ғына ныҡлап аңларбыҙҙыр ул. Яугирҙар менән бер рәттән гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан район халҡы ла тарихтың бер өлөшө булып тора, беҙ тылдан да Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Бер 20 йылдан һуң ошо музейға тапшырылған Рәхмәт хаттарына, трофейҙарға ҡарап, халыҡтың дошманды еңеүгә индергән ярҙамын иҫкә алырбыҙ.
Фирҙәүес Ҡадиҡова әңгәмәләште.
Мишкә районы.