Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн утын һатып алыу процедураһын тиҙләтәләр.
Яугир ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре – дәүләт органдарының иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә республика хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса БР Башлығы ҡарамағындағы Ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы булды. Уға Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов рәйеслек итте. Ултырышта яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын шәхси йортто һәм ихаталағы башҡа ҡаралтыларҙы йылытыу өсөн утын менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленде. Был хаҡта Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Руслан Хәбибов, республика Башлығы ҡарарына ярашлы, махсус операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаиләләре йылытыу өсөн льготалы ставка – билдәләнгән хаҡтың 10 процентына торош иткән хаҡ менән утын алырға хоҡуҡлы икәнен ҡабатлап хәтергә төшөрҙө. “Ауылда өйҙө йылытыу мәсьәләһе – иң мөһимдәрҙең береһе.
Руслан Хәбибов Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ағас һатып алыуға льготалар биреү буйынса ентекле алгоритм әҙерләргә ҡушыуы ураһында хәбәр итте. “Ғариза биреүҙән алып логистикаға тиклем бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алыу һәм быны норматив-хоҡуҡи акт менән нығытыу мөһим. Тәүәккәл һәм иғтибарлы итеп эш итергә кәрәк. Бындай мәсьәләләрҙә хаталарға юл ҡуйырға ярамай”, – тине ул.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/...