- Үҙемде белә-белгәндән ауыл концерттарында ҡатнашып йөрөйөм. Йыр-моңға һөйөү атай-әсәйемдән килә. Бер туғандар барыбыҙ ҙа йырлай, балаларыбыҙ мәҙәни яҡтан һәләтле, - тине Ғәзимә ханым.
Күптән түгел район кимәлендә уҙғарылған "Минең бәхетле ғаиләм" конкурсында ғаилә ансамбле менән йырлап, “Алтын ғаилә" номинацияһында еңеүгә өлгәшеүҙәре лә нәҫелдәренең моңло булыуы тураһында һөйләй.
Ғәзимә Мәүзит ҡыҙы почтала ла хеҙмәт иткән, һуңғы йылдарҙа клуб мөдире вазифаһын башҡара. Ауылдағы барлыҡ мәҙәни, тарихи, илһөйәрлек сараларын ойоштороусы ла ул. Төрлө экологик өмәләрҙән, “Йәшел Башҡортостан” акцияларынан да ситтә ҡалмай.
Ғәзимә ханым аш-һыуға ла бик оҫта. Торттарҙың, бәлештәрҙең ниндәйен генә бешермәй. Уның мейестә бешергән икмәге, ҡоймаҡтары ла телде йоторлоҡ.
Урманда еләк-емеш йыйып, тәбиғәттә йөрөү ҙә уның күңеленә оҡшаған шөғөлдәренең береһе. Донъяға йәм өләшеп, яҡташтарының күңеленә рух өҫтәп йәшәгән Ғәзимә Зәйнетдиноваға бар эштәрендә лә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Ғәзимә Зәйнетдинова архивынан.
Автор:Резеда Шәнгәрәева