Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Ноябрь , 14:58

Радий Хәбиров бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләне

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында БР Башлығы Радий Хәбиров етеп килгән Әсә көнө уңайынан тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм әсәләргә дәүләт наградалары тапшырҙы.    

Радий Хәбиров бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләне
Радий Хәбиров бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы бүләкләне

Республика етәксеһе "Ата-әсәлек ҡаһарманлығы" һәм "Әсәлек даны" миҙалдарын тапшырҙы.

Әйткәндәй, Әсә көнө Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.

- Хәйерле көн, хөрмәтле, ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙең менән Әсә көнө алдынан осрашыуыма шатмын. Барығыҙҙы ла ошондай матур байрам менән ҡотлайым! - тине Радий Хәбиров тантанала сығыш яһағанда.

Беҙҙең республикала 59 мең күп балалы әсә йәшәй. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында - беренсе, илдә етенсе урындабыҙ. 25 йылда "Әсәлек даны" дәүләт наградаһы менән 9 меңдән ашыу әсә бүләкләнгән. Октябрҙә Рәсәй Президенты указы менән Көйөргәҙе Фаягөл Абдуллинаға "Герой-Әсә" исеме бирелде. Хәҙер Башҡортостанда һигеҙ "Герой-Әсә" бар.

- Рәхмәт һеҙгә! Әсәлек - ҙур бәхет. Ә беҙ, ирҙәр, етәкселәр, һеҙ балаларығыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: