Ауыл биләмәһе хакимиәте — ул урындағы халыҡтың иң мөһим, көндәлек проблемаларын хәл итеүсе власть органы. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына көндәлек эшмәкәрлектән һәм рәсми сараларҙан тыш “кадрҙар артында” ҡалған күп кенә ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Шуға күрә улар эштәр менән идара итеүселәрҙән һәм хеҙмәткәрҙәрҙән торған үҙ командаларынан башҡа эшләй алмай, сөнки нәҡ улар күп эште башҡара: теркәү, белешмәләр, субсидиялар, ташламалар алыу өсөн документтар биреү, нотариаль ғәмәлдәр башҡарыу, хужалыҡ иҫәбен алып барыу һ.б.
Рәфит Сәйфетдинов 18 йыл буйына Борай ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары булып эшләү дәүерендә халыҡтың ҙур ышанысын яуланы.
Рәфит Тимерхан улы һәр йүнәлештәге проблемаларҙы хәл итеүгә, урындағы үҙидараны нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә, эшен ойоштороуҙа үҙен тырыш, талапсан, һәләтле белгес итеп күрһәтә.
Борай 2-се урта мәктәбен тамамлағас, Рәфит ағай Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын райондың урман хужалығында техниктан башлап, ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары вазифаһына күтәрелә һәм бөгөнгәсә уны лайыҡлы дауам итә. Рәфит Тимерхан улы эшләгән эш осоронда алты етәксе алмашынған һәм ул барыһы менән дә уртаҡ тел таба алған. Рәфит Тимерхан улы ауыл кешеләре төрлө үтенестәр менән килгәс, уларҙы борсоған проблемаларҙы урында уҡ хәл итергә тырыша. Ул кешеләр күңеленә тейешле асҡыс таба белә, уларҙың хәленә инергә тырыша. Шулай уҡ район үҙәгендә төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре иртә яҙҙан көҙгәсә дауам итә, сәскәләр үҫтереүгә лә ныҡлы иғтибар бирелә. Бында ла Рәфит Тимерхан улының тырыш хеҙмәте ята.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Рәфит ағай. Тормош иптәше Ғәлиә апай менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Зөлфиә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында аспирантурала уҡый. Шул уҡ ваҡытта эшләргә лә өлгөрә. Яңауыл егете Азамат менән ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә бәләкәй Дәриәне тәрбиәләйҙәр. Ә улдары Азат иһә Донбас ерҙәрендә илебеҙ сиктәре тыныслығын һаҡлап хеҙмәт итә.
Быуындар сылбырын өҙөлмәҫ бәйләнештә тота белеүсе, бер-береһенә туғанлыҡ ептәре менән ныҡ бәйләнгән, эшләү һәм йәшәү рәүештәре менән дә өлгө Сәйфетдиновтар ғаиләһе — йәмғиәт нигеҙе.
Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуап биреү — көслө һәм фиҙаҡәр кешеләргә генә хас, сөнки улар эшкә барып ҡына ҡайтмай, ә башҡалар өсөн шунда йәшәй.
Лира Юрасова.