Ҡыш тураһында дәртле һәм күңелле йырҙар ҡариҙелдәрҙе байрамға саҡырып, алыҫтан уҡ ишетелеп торҙо. Байрам ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләү конкурсынан башланды. Балалар шулай уҡ ҡышҡы уйындарҙы ла иҫтәренә төшөрөп, өлкән быуын менән бергәләшеп уйнап та алды. Ә арҡан тартышҡанда майҙан ҡеүәтләү һүҙҙәренән яңғырап торҙо. Саналарҙа ике командаға бүленеп ярышыу ҙа абыҙҙарҙы дәртләндерҙе, көлдөрҙә һәм берҙәмлек көсөн нығытты. Ике командаға бүленеп эстафетала ярышыу айырыуса күңелле үтте. Бер аҙҙан ҡояш сыҡты, көн һыуыта башланы, әммә күңелле уйындар менән мауыҡҡан халыҡ быны бөтөнләй тойманы.
«Ҡар көнө» нә Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы нигеҙ һалды, тап уның инициативаһы буйынса 2012 йылдың ҡышынан башлап Бөтә донъя Ҡар көнө үткәрелә.
Уның икенсе исеме - Халыҡ-ара ҡышҡы спорт төрҙәре көнө. Байрамдың маҡсаты – спорттың ҡышҡы төрҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, йәштәрҙе әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеү.
Фото: Абызовский сельский клуб
Сығанаҡ: Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы