Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Октябрь 2023, 12:02

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге.

Алтын көҙ...Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө-ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.

Хөрмәтле апайҙар, ағайҙар, өләсәйҙәр һәм олатайҙар! Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп,  бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!

Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын, Бай, мул көндәр уны биҙәһен. Һәр яңы көн шатлыҡ менән үтһен, Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен. Ҡартаябыҙ, тип ҡайғырмағыҙ! Сәйҙәрегеҙ күңелдәрегеҙ һымаҡ һәр ваҡыт йылы булһын!

 

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: