“Баҫыу көнө-2023” – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.
Матур йолаға әүерелеп, һәр йылды урып-йыйыу кампанияһы башланыр алдынан үткәрелгән был сараға Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фәзрахманов, БР Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге һәм белгестәре, район хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре, агросәнәғәт предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре килде.
Һәр ваҡыттағыса мәртәбәле ҡунаҡтарҙы асҡындар икмәк-тоҙ, сәк-сәк менән йырлап-бейеп ҡаршы алды.
Семинар-кәңәшмә Асҡын ауылында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы базаһында башланды. Уҡыу йорто директоры Ринат Зәмил улы Саҙрыев сарала ҡатнашыусыларҙы колледж менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһы территорияһында ауыл хужалығы өлкәһенә эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса иң боронғо уҡыу йорттарының береһе тураһында ҡунаҡтар тулы мәғлүмәт алды.
Әйткәндәй, уҙған йылда колледж модернизациялау программаһына беренселәрҙән булып ингәйне. Ошо программа сиктәрендә уҡыу йортона капиталь ремонт яһалды. Хәҙер уның матур биналары әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора, уҡыу һәм йәшәү өсөн шарттар ҙа яҡшырҙы. Уҡыу корпустары, дөйөм ятаҡ, ашхана яңыртылды. Территориялар төҙөкләндерелде, яңы ҡоролмалар алынды, коммуникациялар системаһы — һыу үткәргес, канализация, электр сымдары тулыһынса алмаштырылды.
Сара барышы тураһында тулыраҡ киләһе материалдарҙа уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.