Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Август 2023, 12:42

Десантсылар йыйылды

Бөгөн Иҫке Балтаста десантсылар байрам тантанаһына йыйылды. Илһөйәрлек менән һуғарылған сара “Һағышлы әсә” мемориаль комплексына сәскәләр һалыуҙан башланды.

Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды

Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәрҙе һәм итеүселәрҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фларит Хәбибов тәбрикләне.
Сарала “Йәш быуынға гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн” һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ “ВДВ өсөн” миҙалдары һәм ГТО ның айырым билдәләре тапшырылды.
Тантаналы сараның төп ҡунаҡтарының береһе — ветеран десантсы Рифғәт Дауытов барыһын да ошо күркәм сара менән ихлас күңелдән ҡотлап, район хакимиәтенә, район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә һәм Фәрит Ғалимовҡа йыл һайын райондың барлыҡ десантсыларын бергә йыйып, иҫтәлектә ҡалырҙай байрам ойоштороуҙары өсөн рәхмәт еткерҙе.
Руслан Халиков һәм Гүзәлиә Әхмәтйәноваларҙың илһөйәрлек рухындағы сығышы байрамға тағын да йәм өҫтәне.


Фирғәт Нәбиуллин.

Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Десантсылар йыйылды
Автор:
Читайте нас: