Күп йылдар дауамында һауа-десант ғәскәрҙәре батырлығы, юғары һөнәри әҙерлеге һәм бай тарихы менән дан тота. Был тарихтың геройҙарының береһе — 25 йыл элек ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән Фәрит Ғәлимов.
— Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — йәштәр өсөн бәхет кенгә түгел, ә етди хеҙмәт тә, — ти ул йылдарҙы иҫкә алып геройыбыҙ. — Ысын десантсы булыу өсөн күп кенә күнекмәләрҙе үҙләштерергә кәрәк — ҡоралды белеүҙән алып, ҡул һуғышы алымдарына һәм парашют менән һикереүҙәргә ҡәҙәр.
Ә ундай һикереүҙәр уның — 21. Һәр береһе — онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар. Бының өсөн ул “Парашютсы-отличник” билдәһенә лә эйә була.
Ике йыл тоғро хеҙмәт иткәс, өлкән сержант званиеһында тыуған яғына ҡайтып, Урал дәүләт физик культура университетына уҡырға инә.
Оҙаҡ та үтмәй, Өфө ҡалаһында милицияға эшкә урынлаша. 1999-2000 йылдарҙа Чечен республикаһында командировкала була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.
Ул 14 йыл ғүмерен милицияла эшләүгә бағышлай. Был ваҡытта Эске эштәр министрлығы мәктәбендә юрист дипломын да ҡулына ала.
Артабан тормош елдәре Фәрит Ғәлимовты Балтас районына илтә. 2015 йылда ул яңы асылған “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексына етәксе итеп тәғәйенләнә. Комплекста ул республиканан һәм тирә-яҡтан юғары категориялы тренерҙарҙы бергә туплай. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Биреләге тәрбиәләнеүселәр республика, Рәсәй һәм Халыҡ-ара ярыштарҙа уңыштарға ирешә башлай.
Фирғәт Нәбиуллин.
Фәрит Ғәлимов тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең 9 августа сығасаҡ һанында уҡый алаһығыҙ.