Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Июнь 2023, 10:39

Байрамы менән, дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Байрамы менән, дуҫтар!
Байрамы менән, дуҫтар!

Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!

Ҡорбан байрамы менән һеҙҙе ысын йөрәктән ҡотлайым!

Был изге көндә беҙ туғандар һәм дуҫтар менән йыйылабыҙ. Беҙҙең ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙабыҙ. Атай-әсәйҙәрҙең хәлен беләбеҙ, ата-бабаларҙы иҫкә алабыҙ, йәштәргә рухи традицияларҙы өйрәтәбеҙ.

Бөгөн бөтә уйҙарыбыҙ – Тыуған ил яҙмышы хаҡында. Бөтә мосолман өммәте Украинала фашизмға ҡаршы алышҡан Рәсәй һуғышсылары өсөн доға ҡыла.

Дин әһелдәре бөгөн беҙҙең егеттәр менән алғы һыҙыҡта, уларға рухи ярҙам итә. Мосолмандар һәм башҡа конфессиялар вәкилдәре махсус операцияла ҡатнашыусыларға, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Бөгөнгө изге байрам беҙҙең һуғышсыларға ауыр хәрби хеҙмәттәрендә еңеү яулау өсөн көс бирһен. Тыуған яҡтарына иҫән-имен ҡайтһындар. Ә беҙҙе Ҡорбан байрамы татыу ижади хеҙмәткә, изге эштәргә йүнәлтһен.

Барығыҙға ла рух ныҡлығы, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

Байрамы менән, дуҫтар!
Байрамы менән, дуҫтар!
Автор:
Читайте нас: