Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Март 2023, 11:54

Науруз байрамы гөрләп уҙҙы

Йыл һайын “Күк сәскә” балалар баҡсаһында  көн менән төн тигеҙләшкән көндә Науруз байрамы ҙур әҙерлек менән гөрләп уҙа. 

Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз байрамы гөрләп уҙҙы

Быйыл да балалар көтөп алған был байрам “Ләйсән”  балалар төркөмө тәрбиәсеһе Лилиә Таһирйән ҡыҙы Ғәлимйәнова һәм музыкаль етәксе Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова етәкселегендә бик күңелле үтте.

Науруз — төрки халыҡтарҙың ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы. Ул  21-22  мартта билдәләнелә.  “Науруз”  һүҙе яңы көн тигәнде аңлата.  Был көндө кешеләр бер-береһенә   ҡунаҡҡа йөрөгән,  йырҙар йырлаған, һәр йортҡа бәхет һәм именлек теләп, бергәләп байрам өҫтәле әҙерләп һыйланған.

Беҙ ҙә ошо йолаға тоғро ҡалып, “Күк сәскә” балалар баҡсаһында бергәләп күңелле итеп яҙҙы ҡаршыланыҡ.  Зал байрамса биҙәлгәйне, милли аштарҙан бай өҫтәл әҙерләнгәйне.

Байрамдың төп маҡсаты — халҡыбыҙ йолаларына, туған телебеҙгә ҡарата балаларҙа һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре балалары матур итеп  башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, “Яҙ етә”, “Яҙ килә”, “Ал бәйлә ҡулына” йырҙарын башҡарҙы. Балаларҙың йөҙҙәренән милли рух бөркөлөп торҙо.

Науруз һылыуының (тәрбиәсе Ләйсән Нафиҡова) килеп инеүе,  байрамға тағы ла йән өрҙө. Балалар уны  ҡаршы алып,  башҡорт һәм рус телдәрендә  шиғырҙар һөйләне, бергәләп халыҡ уйындарын уйнаны, “Науруз һәм балалар” йырын башҡарҙы.

Байрам һуңында Наурузбикә  бөтәһенә лә рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.

Бындай байрамдар тыуған ергә, туған телгә, һөйөү тәрбиәләй һәм киләсәктә лә беҙ был юҫыҡта эште дауам итәсәкбеҙ.

 

 Лилиә Ғәлимйәнова, “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз  байрамы гөрләп уҙҙы
Науруз байрамы гөрләп уҙҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: